+9 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
11 Август 2022, 08:57

БАЛАЛАР "ШҮЛГӘНТАШ" МӘМЕРЙӘҺЕНДӘ

"Боронғо дөйә" конкурсында еңеүсе балалар бөгөн көн оҙоно Шүлгән еренең тылсымына сумды. "Шүлгәнташ" тарихи-мәҙәни музейында бар донъяға танылыу алған мәмерйә менән танышыу бер, ә Шүлгәнташты үҙ күҙҙәрең менән барып күреү — икенсе күренеш.

БАЛАЛАР "ШҮЛГӘНТАШ" МӘМЕРЙӘҺЕНДӘ
БАЛАЛАР "ШҮЛГӘНТАШ" МӘМЕРЙӘҺЕНДӘ

Ер ҡуйынынан урғылған Шүлгән йылғаһы аша күперҙән уҙып Шүлгәнташ мәмерйәһенең ауыҙын күргәс, Башҡортостандың төрлө район -ҡалаларынан ғына түгел, Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән дә йыйылған балалар, уларҙың ата-әсәһе "аһ!" итте.

Мәмерйә эсендәге ярты сәғәтлек экскурсия һәр кемдә онотолмаҫ тәьҫорат ҡалдырҙы.

"Аҡбуҙат" журналы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, Башҡортостандың Күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге ойошторған "Боронғо дөйә" һүрәттәр конкурсында лауреат булған балаларға төп бүләк — Шүлгәнташҡа сәйәхәт ине. Ошоноң сиктәрендә улар ҡунаҡсыл Бөрйән еренә йыйылды, тантаналы тәбрикләүҙә ҡатнашты, "Шүлгәнташ" тарихи-мәҙәни музейына, Шүлгәнташ мәмерйәһенә сәйәхәт ҡылды.
 
Айгөл ҒӘБИТОВА.
БАЛАЛАР "ШҮЛГӘНТАШ" МӘМЕРЙӘҺЕНДӘ
БАЛАЛАР "ШҮЛГӘНТАШ" МӘМЕРЙӘҺЕНДӘ
БАЛАЛАР "ШҮЛГӘНТАШ" МӘМЕРЙӘҺЕНДӘ
БАЛАЛАР "ШҮЛГӘНТАШ" МӘМЕРЙӘҺЕНДӘ
БАЛАЛАР "ШҮЛГӘНТАШ" МӘМЕРЙӘҺЕНДӘ
БАЛАЛАР "ШҮЛГӘНТАШ" МӘМЕРЙӘҺЕНДӘ
БАЛАЛАР "ШҮЛГӘНТАШ" МӘМЕРЙӘҺЕНДӘ
БАЛАЛАР "ШҮЛГӘНТАШ" МӘМЕРЙӘҺЕНДӘ
Автор:Гульнара Мустафина
Читайте нас: