+17 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
10 Август 2022, 08:07

«Берҙәм Рәсәй» мәжбүри күскенселәрҙең балаларын мәктәпкә әҙерләүҙе контролгә алды

Өфөлә "Йылға таңдары" шифахана-профилакторийында граждандарҙы тематик ҡабул итеү ойошторолдо. Уны «Берҙәм Рәсәй» партияһы рәйесе Д.А. Медведевтың Башҡортостандағы төбәк йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһе етәксеһе, Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова БР мәғариф һәм фән министрының беренсе урынбаҫары Илдар Мәүлитбирҙин, шулай уҡ Калинин районы хакимиәте вәкилдәре менән берлектә үткәрҙе.

«Берҙәм Рәсәй» мәжбүри күскенселәрҙең балаларын мәктәпкә әҙерләүҙе контролгә алды
«Берҙәм Рәсәй» мәжбүри күскенселәрҙең балаларын мәктәпкә әҙерләүҙе контролгә алды

«Бында Мариуполдән, Лисичанскиҙан, Донецкиҙан һәм башҡа ҡала-ауылдарҙан ҡайтҡандар йәшәй. Яңы уҡыу йылы алдынан уларҙың һорауҙары бик күп, шуға күрә беҙ мәктәпкә әҙерлек темаһына тематик ҡабул итеү ойошторорға булдыҡ. Кешеләрҙең бер нәмәһе лә юҡ, шуға күрә партия балаларҙы 1 сентябргә "Баланы мәктәпкә әҙерлә" акцияһы сиктәрендә йыйырға ярҙам итеү өсөн ҡушыла. Һәр кем унда ҡатнаша ала, бының өсөн канцелярия кәрәк-яраҡтары, спорт кейемдәре, аяҡ кейемдәре менән "Берҙәм Рәсәй" ҙең Өфөләге төбәк йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһенә йәки ҡала-райондарҙағы урындағы йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәләренә килергә кәрәк. Ҡабул ителгән әйберҙәрҙе мохтаждарға тапшырасаҡтар, - тип һөйләне Эльвира Айытҡолова. - Министрлыҡ уҡыуҙы дауам итеү өсөн ниндәй колледждарға барырға мөмкин булыуын аңлата, кәрәк булғанда балалар мәктәпкә ҡайтып, уҡыуын дауам итә аласаҡ. Бында бөтәһе 42 мәктәп йәшендәге бала».

Депута балаларға өйгә эште эшләү өсөн ултырғыстар, өҫтәлдәр, лампалары кәрәклеген, шулай уҡ ата-әсәләрҙе дүртенсе кластан һуң балаларҙы туҡландырыу проблемаһы борсоуын  билдәләне. «Улым 10-сы класҡа бара, беҙҙең бер нәмәбеҙ ҙә юҡ, бөтә нәмә кәрәк – канцелярия тауарҙары менәнрюкзактан алып мәктәп, спорт, аяҡ кейеменә тиклем, - тип уртаҡлашты Мариуполдән Татьяна Шохова. - Беҙгә балаларҙы мәктәпкә алып барыу һәм алып ҡайтыу өсөн автобус бүлеүҙәре хаҡында әйттеләр инде. Яҡлауығыҙ һәм ярҙамығыҙ өсөн ҙур рәхмәт һеҙгә!»

Бынан тыш, кешеләр һаулыҡ, эшкә урынлашыу, гражданлыҡ буйынса башҡа төрлө һорауҙар менән мөрәжәғәт итте. Эльвира Айытҡолова һәр кемгә ярҙам күрһәтеләсәген, ә барлыҡ мәсьәләләр контролдә тотоласағын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Депутат бүлмәләрҙе һәм ваҡытлыса урынлаштырыу пункты ашханаһын ҡараны.

Шифаханала тәрбиәләнеүселәрҙе ҡунаҡтар Өфө ҡалаһының Халыҡ-ара һөнәрҙәр мәктәбенән күңелле аквагрим менән ҡыуандырҙы.

«Берҙәм Рәсәй» мәжбүри күскенселәрҙең балаларын мәктәпкә әҙерләүҙе контролгә алды
«Берҙәм Рәсәй» мәжбүри күскенселәрҙең балаларын мәктәпкә әҙерләүҙе контролгә алды
«Берҙәм Рәсәй» мәжбүри күскенселәрҙең балаларын мәктәпкә әҙерләүҙе контролгә алды
«Берҙәм Рәсәй» мәжбүри күскенселәрҙең балаларын мәктәпкә әҙерләүҙе контролгә алды
«Берҙәм Рәсәй» мәжбүри күскенселәрҙең балаларын мәктәпкә әҙерләүҙе контролгә алды
«Берҙәм Рәсәй» мәжбүри күскенселәрҙең балаларын мәктәпкә әҙерләүҙе контролгә алды
«Берҙәм Рәсәй» мәжбүри күскенселәрҙең балаларын мәктәпкә әҙерләүҙе контролгә алды
«Берҙәм Рәсәй» мәжбүри күскенселәрҙең балаларын мәктәпкә әҙерләүҙе контролгә алды
Автор:Гульнара Мустафина
Читайте нас: