Бөрйән районында билдәле башҡорт батыры, тархан, дәүләт эшмәкәре Алдар батыр Иҫәкәев иҫтәлегенә стела асылды. Сара ысын рух байрамына әүерелде, Бөрйәндән генә түгел, бар Башҡортостандан күп ҡунаҡтар йыйҙы.
Рәсми өлөш башланмаған саҡта уҡ стела урынлашҡан тау башы кеше менән тулы ине. Таҡтаташты асыу идеяһын тәү башлап күтәреп сыҡҡан бер төркөм руханиҙар Алдар батыр рухына аят бағышланы.
"Ҡөрьәндә әйтелгән, һеҙ уларҙы үлгән тип әйтмәгеҙ, улар шәһит киткән. Алдар батыр үҙе йәшәгән дәүерҙә халыҡты берләштереүсе көс булып торған. Аллаға шөкөр, уның рухы тыуған еренә ҡайтты. Алдар батыр - ул халҡыбыҙға бирелгән бәрәкәт, тоғролоҡ", - тип уй-фекерҙәре менән бүлеште стеланы, кәшәнәне бойомға ашырыуға төп көс һалған йәмәғәт эшмәкәре, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Салауат Килдин.
Алдар Иҫәкәевкә стела асыу тантанаһында Бөрйән районы хакимиәте башлығы Ғәзиз Манапов та ҡатнашты.
"Был сара район ғына түгел, республика кимәлендәге байрам. Алдар батырҙың тормошона күҙ һалһаҡ, уның ғүмер юлы ике йүнәлешкә бүленә: беренсеһендә Алдар Иҫәкәев тормошон батшаға, илгә, дәүләткә хеҙмәт итеүгә, икенсе йүнәлешендә үҙен халҡына бағышлай. Тап халҡы өсөн ғүмерен фиҙа ҡыла. Алдар батырҙың һыны үҫеп килгән балаларыбыҙҙа илһөйәрлек тәрбиәләһен ине. Мин бәләкәй саҡта уны Бөрйән ырыуы батыры ғына тип уйлай торғайным, инде үҫкәс, уның тотош башҡорт халҡының арҙаҡлы шәхесе, милли батырыбыҙ булыуына инандым", - тине ул һәм кәшәнәне бойомға ашырған бер төркөм ир-егеттәргә район хакимиәте исеменән Рәхмәт хаттары тапшырҙы. Бына улар: Хәләф Ишморатов, Салауат Килдин, Ринат Рамаҙанов, Салауат Хәмиҙуллин, Рөстәм Рәхмәтуллин, Вадим Моратшин, Камил Әбләзов.
Бөрйән ерендә тыуып үҫкән күренекле дәүләт эшмәкәре, Салауат Юлаев премияһы лауреаты Хәләф Ишморатов та - Алдар батырҙың рухын мәңгеләштереү уйы менән янып-көйөп йөрөүселәрҙән.
"Бөгөн Әтек ерендә генә түгел, ғөмүмән, башҡорт ерендә ҙур ваҡиға. Үҙебеҙҙең руханиҙарыбыҙың ошо түбәлә зекер уҡығандарында күҙебеҙгә йәш килде.
Алдар батыр - башҡорт иленең ғорурлығы. Ҡана йылғаһы буйында тыуып үҫкән башҡорт егетенең күренекле ғәскәр башлығы булып йөрөүе - үҙе бер мөғжизә. Дипломатия тиһәк, ғәҙәттә, тәү башлап Кәрим Хәкимовты телгә алырға күнеккәнбеҙ. Ысынында иһә башҡорт дипломатияһы Алдар Иҫәкәевтән башлана", - тине Хәләф Хәлфетдин улы һәм бер нисә тәҡдим менән сығыш яһаны: Алдар батырҙың музейын заманса йыһазландырырға, ҙурайтырға, музейҙы, ошо кәшәнәне туристик нөктәгә әүерелдерергә, Алдар батыр исемендәге милли көрәш турниры ойошторорға, Алдар батырға арнап нәфис әҫәрҙәр булдырырға.
"Арғымаҡ" төркөмө солисы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы, Алдар батыр кәшәнәһен бойомға ашырыусыларҙың береһе Ринат Рамаҙанов белдереүенсә, стелаға тигән аҡса бер кистә йыйылған, ҡорамалдарын эшләргә тейешле кешеләре лә тиҙ табылған. Бының изге ниәт булғаны өсөн шулай килеп сыҡҡанына шиктәр юҡ.
Билдәле тарихсы Салауат Хәмиҙуллин Алдар Иҫәкәевте тарихи шәхес булараҡ телгә алды, уға бәйле тарихи факттар менән таныштырҙы.
"Алдар батыр - тоҡомло тархан. Беренсе, икенсе Азов походтарында ҡатнаша, унда батырлыҡ күрһәтә. Шул уҡ ваҡытта үҙенең шәхси уңыштарына һөйөнөп кенә йәшәмәй, халҡын ҡайғырта, башҡорттарҙың киләсәген уйлап уларҙы ихтилалға күтәрә. Алдар батыр Рәсәйҙең эске сәйәсәтенә йоғонто яһаған шәхес", - тине ул.
Сара Бөрйән район мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең моңло сығыштарына үрелеп барҙы, аҙаҡ көллө халыҡ Роберт Юлдашев һәм уның "Ҡурайсы" төркөмөнөң, "Арғымаҡ"тың, Альберт менән Хаят Исмаилдең концертын ҡарап кинәнде. Кәшәнә урынлашҡан тау битләүендә - мәсет, унда Ҡорбан ашы әҙерләнгән. Ауыл халҡы, килгән ҡунаҡтарҙы өҫтәл янына әйҙүкләнеләр.
Алдар батыр Иҫәкәев, ысынлап та, Башҡортостандың ғына түгел, Рәсәйҙең тарихына юйылмаҫ эҙ ҡалдырған оло шәхес. Тимәк, уның исеме лайыҡлы мәңгеләштерелергә хаҡлы. Бөрйәндәрҙең генә түгел, бар башҡорт халҡының Алдар батыр тип янып йөрөүҙәре уғата ҡыуаныслы.
Автор фотолары.