+9 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
4 Август 2022, 15:39

Лугансктағы Миңлеғәле Шайморатов исемендәге мәктәпкә төҙөлөш материалдары

Башҡортостан Донбассҡа сираттағы гуманитар ярҙам оҙатты.

Лугансктағы Миңлеғәле Шайморатов исемендәге мәктәпкә төҙөлөш материалдары
Лугансктағы Миңлеғәле Шайморатов исемендәге мәктәпкә төҙөлөш материалдары

Луганск халыҡ республикаһының Петровское ҡалаһына автоколонналар ҡуҙғалды.

Гуманитар конвой Петровское ҡалаһындағы Миңлеғәле Шайморатов исемендәге 22-се мәктәпкә тәғәйенләнгән.

 Гипс ҡатығалар, сэндвич-панелдәр, йылылыҡ тәьмин итә торған материалдар, радиаторҙар торбалар һәм башҡа төҙөлөш кәрәк-яраҡтары мәктәптәге капитал ремонтта ҡулланыласаҡ.

Башҡортостандан Петровское ҡалаһындағы Шайморатов исемендәге мәктәптә 110 төҙөүсе эшләй.

Автор:Айгөл Ғәбитова
Читайте нас: