+13 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
2 Август 2022, 12:14

ЛУГАНСК ХАЛЫҠ РЕСПУБЛИКАҺЫНДАҒЫ МИҢЛЕҒӘЛЕ ШАЙМОРАТОВ ИСЕМЕНДӘГЕ МӘКТӘПКӘ ЯРҘАМ

Балалар яңы уҡыу йылын тулыһынса яңыртылған мәктәптә ҡаршылаясаҡ.

ЛУГАНСК ХАЛЫҠ РЕСПУБЛИКАҺЫНДАҒЫ МИҢЛЕҒӘЛЕ ШАЙМОРАТОВ ИСЕМЕНДӘГЕ МӘКТӘПКӘ ЯРҘАМ
ЛУГАНСК ХАЛЫҠ РЕСПУБЛИКАҺЫНДАҒЫ МИҢЛЕҒӘЛЕ ШАЙМОРАТОВ ИСЕМЕНДӘГЕ МӘКТӘПКӘ ЯРҘАМ

Луганск халыҡ республикаһының Петровское ҡалаһына Башҡортостандан һигеҙенсе гуманитар конвой юлланды.  Ете фуранан торған автоколонна был ҡалалағы 22-се мәктәпкә капитал ремонт өсөн материалдар еткерҙе. Шуныһын һыҙыҡ өҫтөнә алыу мөһим: был мәктәп Миңлеғәле Шайморатов исемен йөрөтә.

"Мәктәп күҙгә күренеп үҙгәрә, ҡыйығы әҙер тиерлек, тәҙрәләр яңы, эстә эш гөрләй. Башҡорт төҙөүселәренең һөнәрилеге күҙгә салына,эште сифатлы һәм ваҡытында башҡаралар", - ти мәктәп директоры Гөлназ Серова һәм оло рәхмәт һүҙҙәрен еткерә.

Батырыбыҙҙың исемен йөрөткән, рухын һаҡлаған, инде тулыһынса яңыртылған мәктәптә балаларҙың шат тауыштары тынмаһын, белем шишмәләре байыһын тип теләйек.

ЛУГАНСК ХАЛЫҠ РЕСПУБЛИКАҺЫНДАҒЫ МИҢЛЕҒӘЛЕ ШАЙМОРАТОВ ИСЕМЕНДӘГЕ МӘКТӘПКӘ ЯРҘАМ
ЛУГАНСК ХАЛЫҠ РЕСПУБЛИКАҺЫНДАҒЫ МИҢЛЕҒӘЛЕ ШАЙМОРАТОВ ИСЕМЕНДӘГЕ МӘКТӘПКӘ ЯРҘАМ
ЛУГАНСК ХАЛЫҠ РЕСПУБЛИКАҺЫНДАҒЫ МИҢЛЕҒӘЛЕ ШАЙМОРАТОВ ИСЕМЕНДӘГЕ МӘКТӘПКӘ ЯРҘАМ
ЛУГАНСК ХАЛЫҠ РЕСПУБЛИКАҺЫНДАҒЫ МИҢЛЕҒӘЛЕ ШАЙМОРАТОВ ИСЕМЕНДӘГЕ МӘКТӘПКӘ ЯРҘАМ
Автор:Айгөл Ғәбитова
Читайте нас: