+18 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
2 Август 2022, 23:22

Башҡортостанда балалар урология-андрологияһы буйынса лицензиялар һаны артты

2022 йылда республиканың Берҙәм лицензиялар реестрында балалар урология-андрологияһы буйынса эшмәкәрлек алып барыуға лицензияһы булған медицина ойошмаларының һаны 11,6 процентҡа артҡан. Алдан теркәлгән ошо профиль буйынса лицензияһы булған 43 медицина ойошмаһына биш яңы медицина ойошмаһы өҫтәлде.

Башҡортостанда балалар урология-андрологияһы буйынса лицензиялар һаны артты
Башҡортостанда балалар урология-андрологияһы буйынса лицензиялар һаны артты

- Балалар урология-андрологияһы - ул бәүел юлы сирҙәре менән яфаланған балаларға, шулай уҡ енси үҫеше боҙолған һәм енси ағзаларҙың төрлө ауырыуҙары менән яфаланған малайҙарға махсус медицина ярҙамы күрһәтеү менән шөғөлләнеүсе медицина бүлеге, - тип һөйләне БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының лицензиялау бүлеге начальнигы Эльвира Тахаутдинова.

Алдынғы эксперттар баһалауынса, бөгөн бәүел бүлеп сығарыу системаһы ауырыуҙары киҫкен респиратор ауырыуҙарҙан һуң донъяла икенсе урынды биләй. Бәүел-енес системаһы үҫешенең кәмселектәре балалар урологияһында йыш осраған проблема булып тора. Медицина ярҙамын юғары медицина белеме булған, ғәмәлдәге сертификаттары булған йәки «балалар урологияһы-андрологияһы» һөнәре буйынса аккредитация үткән табип-белгестәр күрһәтә, был бөтә Рәсәй талаптарына яуап бирә.

Медицина эшмәкәрлеге буйынса лицензияны оператив алыуға БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы лицензиялау бүлегенең төрлө яҡлап булышлыҡ итеүе ярҙам итә. Ошо маҡсатта лицензия биреү буйынса хеҙмәттәр алғанда консультация биреү һәм методик ярҙам күрһәтеү буйынса «ҡыҙыу бәйләнеш» эш урыны булдырылды. Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының рәсми сайтында «Ентекле инструкция» урынлаштырылған, ул ғариза биреүселәргә лицензия алыу өсөн кәрәкле документтарҙы үҙаллы бирергә мөмкинлек бирә. Документтар менән электрон формала ғариза бирергә мөмкин.

Әлеге ваҡытта медицина эшмәкәрлеген алып барыуға лицензияны беренсел теркәү - 15 көн, ә ҡабаттан рәсмиләштереү 10 көн тәшкил итә. Лицензия биреү процесын тиҙләтеүгә Берҙәм федераль дәүләт хеҙмәттәре порталы аша лицензияны электрон рәүештә биреү тураһында ғариза биреү һөҙөмтәһендә өлгәшелде.

В Башкортостане в 2022 году на 11,6% выросло количество лицензий по детской урологии-андрологии - Правительство Республики Башкортостан (pravitelstvorb.ru)

Автор:Гульнара Мустафина
Читайте нас: