+13 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
1 Август 2022, 23:03

Нефтекамала менталь инвалид балаларҙы социаль реабилитациялау буйынса проект старт алды

“Ҡояш барыһына ла яҡтырта” проекты сиктәрендә 1 августан 7-18 йәшлек 50 бала һәм үҫмер өсөн «Лекотека» социаль реабилитациялау буйынса дәрестәргә төркөмдәр ойошторола башлай. Унда Нефтекама, Ағиҙел, Яңауыл ҡалаларынан һәм Яңауыл, Краснокама, Тәтешле, Ҡалтасы райондарынан, Бөрө ҡалаһы һәм районынан балалар ҡатнашасаҡ.

Нефтекамала менталь инвалид балаларҙы социаль реабилитациялау буйынса проект старт алды
Нефтекамала менталь инвалид балаларҙы социаль реабилитациялау буйынса проект старт алды

Шулай уҡ оҫталыҡ дәрестәре уҙғарыу өсөн ирекмәндәр ҡатнашырға саҡырыла. Төп маҡсат - инклюзив киңлек булдырыу, унда ирекмәндәр һәм инвалид балалар осрашып, төрлө ҡул әйберҙәре эшләп, уйындар уйнап, йырҙар башҡарып ял итә ала. «Лекотека»ның төп бурысы - үҫеп килгән кешене үҙаллылыҡҡа әҙерләү. Бының өсөн дәрестәр ваҡытында балалар менән бер нисә йүнәлеш буйынса эш алып барыла. Дәрес барышында балалар бер-береһе менән үҙ-ара килешеп эш итә, бәйләнештәр булдыра һәм төрлө социаль ролдәр башҡарыу мөмкинлегенә эйә. Шулай уҡ проект сиктәрендә үҫмерҙәр һәм менталь инвалид йәштәр өсөн потенциаль эш урындарына, банкка, магазинға, почтаға автобуста һәм таксиҙа барыу ойоштороласаҡ. Был саралар социаль-мөхит реабилитацияһының бер өлөшө булып тора. Үҫмерҙәр һәм инвалид йәштәр өсөн экскурсиялар кәрәк, сөнки улар тәрбиәгә алған өлкән кешегә бәйле һәм йыш ҡына өйҙән уҡый, шул арҡала улар социаль яраҡлаша алмай.

Проект тормошҡа ашырыла башлағандан алып, өйҙән сығыу проблема булып торған ауыр сирле балаларға аҙна һайын "Дуҫ булайыҡ” хәл белеү акцияһы ойошторола. Белгестәр балалар менән аралашасаҡ, уларҙы үҙ-үҙеңде хеҙмәтләндереү, танып белеү оҫталыҡтарына өйрәтәсәк һәм уларҙың ялын ойошторасаҡ.

Менталь инвалид балаларҙың, үҫмерҙәрҙең ата-әсәләренә психологик-педагогик ярҙам күрһәтеү - проекттың мөһим өлөшө булып тора.

Проект сиктәрендә балаларҙың, үҫмерҙәрҙең һәм инвалид йәш кешеләрҙең әсәләре өсөн ике "Сәскә ат" марафоны ойошторола. Был марафон инвалид балалар тәрбиәләгән үҙенсәлекле яҙмышлы әсәйҙәрҙе берләштерә. Марафон тураһында мәғлүмәт халыҡ алдына сығарыла, шуға күрә унда инвалид бала тәрбиәләгән ҡатын-ҡыҙҙар ҡатнаша ала. Сара бер ай дауамында онлайн-марафон һәм тантаналы кисә форматында стилистарҙы һәм фотографтарҙы йәлеп итеп, фотосессиялар ойоштороу менән тормошҡа ашырыла. Проект 2023 йылдың 31 июленә тиклем дауам итәсәк.

 

Автор:Гульнара Мустафина
Читайте нас: