+19 °С
Болотло
VKЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
1 Август 2022, 16:57

Башҡортостанда "Баланы мәктәпкә йый" акцияһы башланды.

Мәктәп кәрәк-яраҡтары республикала йәшәгән балаларға тапшырылыуҙан тыш, Донбассҡа, азат ителгән биләмәләргә юлланды. Башҡортостанда Донбасстан күсеп килгәндәргә лә был ярҙам төрө ҡаралған. 

Башҡортостанда "Баланы мәктәпкә йый" акцияһы башланды.
Башҡортостанда "Баланы мәктәпкә йый" акцияһы башланды.

Акция "Берҙәм Рәсәй" фирҡәһе тарафынан бойомға ашырыла.

Йыл һайын уның сиктәрендә ярҙамға мохтаж ғаиләләргә ярҙам ҡулы һуҙалар. Быйыл акция республиканан тыш Донбасста һәм азат ителгән биләмәләрҙә лә уҙасаҡ.

Мәктәп әйберҙәренең беренсе өлөшө Краснодонда үткән осрашыуҙа тапшырылырға ла өлгөргән.

Мохтаж ғаиләләрҙәге балаларға канцелярия тауарҙары, дәфтәрҙәр, яҙыу-һыҙыу кәрәк-яраҡтары, портфелдәр, мәктәп формалары ҡаралған.

Башҡортостанда йәшәгән Донбасс балаларына ла быйыл әйберҙәр тапшырыласаҡ.

Автор:Айгөл Ғәбитова
Читайте нас: