+9 °С
Облачно
VK
Яңылыҡтар
29 Июля 2022, 17:25

Луганскийға гуманитар ярҙам колоннаһы юл алды

Ул генерал-майор М.М. Шайморатов исемендәге 22-се Петровский мәктәбенә барасаҡ.

Добавить в предпочтительные источники Google
Луганскийға гуманитар ярҙам колоннаһы юл алдыЛуганскийға гуманитар ярҙам колоннаһы юл алды
Луганскийға гуманитар ярҙам колоннаһы юл алды

Бөгөн, 29 июль Башҡортостандан Луганск Халыҡ Республикаһына  яңы гуманитар ярҙам ылауы ҡуҙғалды. Был инде 18-се автоколонна, ул генерал-майор М.М. Шайморатов исемендәге 22-се Петровский мәктәбенә юл тотасаҡ.

Йөктө оҙатыуҙа Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Рөстәм Әхмәҙинуров һәм Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров ҡатнашты. “Был объектта Өфө төҙөүселәре эшләй. Яҡын арала уларҙың һаны йөҙ кешегә тиклем артасаҡ, сөнки 1 сентябргә мәктәпте төҙөкләндереүҙе тамамлау бурысы ҡуйылған, - тип билдәләне Фәрит Ғүмәров. - Киләһе аҙнала тағын төҙөлөш материалдары, шулай уҡ уҡыу кластары өсөн йыһаз һәм ҡорамалдар, мәктәп кәрәк-яраҡтары алып килергә планлаштырабыҙ. Петровский ҡалаһы балалары төҙөкләндереүҙән һуң заманса йыһазландырылған, компьютерлаштырылған кластарҙа уҡыясаҡ”.

Луганскийға гуманитар ярҙам колоннаһы юл алды
Луганскийға гуманитар ярҙам колоннаһы юл алды
Луганскийға гуманитар ярҙам колоннаһы юл алды
Автор:Гульнара Мустафина
Читайте нас