+14 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
29 Июль 2022, 11:51

Хәсрәтһеҙ бала саҡҡа әйләнеп ҡайтырға ярҙам итһен!

Луганск Халыҡ Республикаһының Ҡыҙыл Нур ҡалаһында “Берҙәм Рәсәй” партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе балаларҙың ял итеү үҙәген асты.

Хәсрәтһеҙ бала саҡҡа әйләнеп ҡайтырға ярҙам итһен!
Хәсрәтһеҙ бала саҡҡа әйләнеп ҡайтырға ярҙам итһен!

 

Асылыу тантанаһында Ҡыҙыл Нур ҡалаһы хакимиәте башлығы Сергей Рыбальченко һәм “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Руслан Насретдинов ҡатнашты.


«
Был беҙҙең ҡалала асылған беренсе балалар ял итеү үҙәге. Ул ҡалабыҙ бәләкәстәренең яратып йөрөгән урынына әйләнер тип уйлайым. Балалар физик яҡтан да, интеллектуаль йәһәттән дә үҫешергә тейеш. Беҙҙең бурыс – йәш быуынға шатлыҡ бүләк итеү, республикабыҙҙың яҡты киләсәге хаҡына уларҙың күңелдәренә изгелек һалыу», - тине Сергей Рыбальченко Башҡортостан Республикаһы башлығы Радий Хәбировҡа рәхмәт һүҙҙәрен еткереп.

Балалар ял итеү үҙәге үҫтереүсе өҫтәл уйындары, мультимедия һәм музыкаль йыһаздар, канцелярия һәм спорт ҡорамалдары менән тулыһынса тәьмин ителгән.
Руслан Насретдинов
партияның Донбасс биләмәһендә ярҙам күрһәтеүен дауам итеүҙе билдәләп: «Беҙ үҙәкте йәйгеһен, каникулдар мәлендә асырға тырыштыҡ, сөнки әлеге ваҡытта балаларҙың ижад итер, уйнар мәлдәре. Үҙәк балаларға файҙалы эш менән шөғөлләнергә, ауыр иҫтәлектәрҙән арынырға мөмкинлек бирәсәк. Төрлө йәштәге малайҙар һәм ҡыҙҙар ижади йәһәттән үҫешә, спорт менән шөғөлләнә ала, ә был уларға хәсрәтһеҙ бала саҡтарына тиҙерәк ҡайтырға ярҙам итәсәк", - тине.

Хәсрәтһеҙ бала саҡҡа әйләнеп ҡайтырға ярҙам итһен!
Хәсрәтһеҙ бала саҡҡа әйләнеп ҡайтырға ярҙам итһен!
Хәсрәтһеҙ бала саҡҡа әйләнеп ҡайтырға ярҙам итһен!
Хәсрәтһеҙ бала саҡҡа әйләнеп ҡайтырға ярҙам итһен!
Хәсрәтһеҙ бала саҡҡа әйләнеп ҡайтырға ярҙам итһен!
Автор:Гульнара Мустафина
Читайте нас: