+23 °С
Ясна
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
28 Июль 2022, 17:25

Йәш агрономдар тәрбиәләйҙәр

Стәрлетамаҡ районының “Ҡолос” балалар һауыҡтырыу лагерында “Аграр сменаһы” эшләй. Унда ете йәштән алып 51 бала ауыл хужалығына ҡараған һөнәрҙәр серҙәренә төшөнә. 

Йәш агрономдар тәрбиәләйҙәр
Йәш агрономдар тәрбиәләйҙәр

Стәрлетамаҡ районының “Ҡолос” балалар һауыҡтырыу лагерында “Аграр сменаһы” башланды. Ул 24 июлдән 13 августҡа тиклем дауам итә.

Маҡсаты – балаларҙы ауыл ерендә кәрәкле һөнәрҙәр һайларға этәреү.

Башҡортостандың ауыл хужалығы министры урынбаҫары Ләлә Дәүләтбаева белдереүенсә, был республикала тәүге агросмена.

21 көн дауамында буласаҡ аграрийҙар ҙур хужалыҡтарҙың эшмәкәрлеге менән танышасаҡ, яңы белемдәр үҙләштерәсәк.

Ауыл хужалығы юҫығындағы һөнәр һайлағандарға белем алыу өсөн Башҡортостанда бар шарттар булдырылған: юғары уҡыу йорттарыендағы аграр йүнәлешендә бюджет урындар етерлек, эшкә урынлашыр өсөн вакантлы урындар бар, эш хаҡы юғары.

“Аграр сменаһы”нда ете йәштән алып 51 бала шөғөлләнә, улар ике отрядҡа бүленгән. Балалар үҫемлектәр сәсеү, уларҙы ҡарау, малсылыҡ, ландшафтлы дизайн буйынса оҫталыҡ дәрестәре үтеп кенә ҡалмай, үҙҙәре проект уйлап сығарып, проекттарын яҡлай ҙа.

 

Автор:Айгөл Ғәбитова
Читайте нас: