+20 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
28 Июль 2022, 17:38

Башҡортостанда беренсегә “Берҡаҙан” экологик ирекмәндәр лагеры булдырылды

Лагерь тигәс тә, бында ял итеү йәки һаулыҡты нығытыу хаҡында һүҙ бармай – Башҡортостандан, күрше төбәктәрҙән үҙ теләктәре менән йыйылған ирекмәндәр ҡурсаулыҡ биләмәһен ипкә килтерергә, төҙөкләндерергә ярҙам итә.

Лагерь “Асылыкүл” тәбиғәт паркында бойомға ашырыла.

Лагерь тигәс тә, бында ял итеү йәки һаулыҡты нығытыу хаҡында һүҙ бармай – Башҡортостандан, күрше төбәктәрҙән үҙ теләктәре менән йыйылған ирекмәндәр ҡурсаулыҡ биләмәһен ипкә килтерергә, төҙөкләндерергә ярҙам итә.

Бында экологтар ҙа, “Йәшел Башҡортостан” хәрәкәте ағзалары ла бар. Дәүләкән, Күмертау, Өфөнән генә түгел, Удмурт республикаһының Ижевск ҡалаһынан да изге ниәт менән килеп еткәндәр.

Ирекмәндәрҙең береһе Радик Әминов белдереүенсә, ул Күмертауҙан тәбиғәт өсөн изге эш эшләргә килгән. Беренсе көндән үк ҡул ҡаушырып ултырмайҙар – Шарлама шарлауығынан алып Яңы Тормош ауылына тиклем ерҙе таҙалайҙар, сүп-сар йыялар, ағастарҙы уларға тағылған таҫмаларҙан азат  итәләр, Асылыкүлгә ҡойған шишмәләрҙең реестрын булдырыу өсөн һыу өлгөләре алалар. Шишмәләрҙе таҙартҡас, уларҙы кәртәләргә, яндарына ял итеү урындары эшләргә йыйыналар.

Ирекмәндәр туристарға ҡурсаулыҡ биләмәһе хаҡында һөйләргә лә өлгөрә.

Башҡортостанда беренсегә “Берҡаҙан” экологик ирекмәндәр лагеры булдырылды
Башҡортостанда беренсегә “Берҡаҙан” экологик ирекмәндәр лагеры булдырылды
Башҡортостанда беренсегә “Берҡаҙан” экологик ирекмәндәр лагеры булдырылды
Башҡортостанда беренсегә “Берҡаҙан” экологик ирекмәндәр лагеры булдырылды
Автор:Айгөл Ғәбитова
Читайте нас: