+1 °С
Ҡар
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
27 Июль 2022, 21:28

ӘСӘ МЕНӘН БАЛАНЫҢ ҒҮМЕРЕ ҠЫЙЫЛДЫ

Руль артында ултырғанда ла, урамда йөрөгәндә лә һаҡ булһағыҙсы, ата-әсәләр!...

ӘСӘ МЕНӘН БАЛАНЫҢ ҒҮМЕРЕ ҠЫЙЫЛДЫ
ӘСӘ МЕНӘН БАЛАНЫҢ ҒҮМЕРЕ ҠЫЙЫЛДЫ

Бөгөн Өфөлә ҡот осҡос фажиғә теркәлде: 28 йәшлек әсә һәм биш йәшлек бала йәйәүлеләр өсөн махсус тәғәйенләнгән урындан уҙып барған саҡта машина аҫтында ҡалды.

Асыҡланыуынса, руль артындағы ҡатын-ҡыҙ иғтибарын ситкә йүнәлтеүен балаһын ашатыуы менән аңлатҡан, педалдәрҙе бутап, тормоз урынына газға баҫҡан. Һөҙөмтәлә, ике кешенең ғүмере ҡыйылды...

Фажиғә көндөҙ Өфөләге Киров районының Софья Перовская һәм Аврора урамдары киҫелешендә теркәлде.

Автор:Айгөл Ғәбитова
Читайте нас: