+24 °С
Ясна
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
18 Июль 2022, 12:50

ИҪКЕ СИБАЙҘА ЯҢЫ МӘКТӘП ТӨҘӨЛӘ

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров Баймаҡ районының Иҫке Сибай ауылында 375 урынлыҡ дөйөм белем биреү мәктәбе төҙөлөшөн тикшерҙе.

ИҪКЕ СИБАЙҘА ЯҢЫ МӘКТӘП ТӨҘӨЛӘ
ИҪКЕ СИБАЙҘА ЯҢЫ МӘКТӘП ТӨҘӨЛӘ



Кирбес һалыу эштәре бында тамамланған тиерлек, 2-се ҡаттың стеналарын штукатурлау - 85, 3-сө ҡаттың 20 процентын тәшкил итә. Мәктәптең яртыһы нығытылған һәм биҙәү эштәре башланған.

- Урал аръяғы өсөн бик мөһим объект. Эштәр темпының артыуы күренеп тора, графикка төҙәтмәләр индерелде. Объектты быйылғы уҡыу йылына тамамлау өсөн тейешле күрһәтмәләр бирелгән. Ошо мәктәпте контролдә тотасаҡмын, - тип айырып әйтте Андрей Генадьевич.

Уҡыу йорто өсөн ҡорамалдар һәм техника һатып алынған, тип билдәләнде.

Автор:Миләүшә Ғәйфуллина
Читайте нас: