+20 °С
Болотло
VKЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
18 Июль 2022, 12:55

ҠАЯҒА ҮРМӘЛӘРГӘ БАЛАЛАР ҘА ЯРАТА

16 июлдә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров Белорет буйлап эш сәфәре барышында «Металлург» стадионы биләмәһендә яңы «Эталон трассаһы» скалодромын асыу тантанаһында ҡатнашты, шулай уҡ социаль объекттарҙы тикшерҙе.

ҠАЯҒА ҮРМӘЛӘРГӘ БАЛАЛАР ҘА ЯРАТА
ҠАЯҒА ҮРМӘЛӘРГӘ БАЛАЛАР ҘА ЯРАТА


Әлеге ваҡытта Белорет районында тренер Елена Коноплина етәкселегендә ҡаяға үрмәләү спорт төрө әүҙем үҫешеүе билдәләнде. Улар республика, Бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара ярыштарҙа күп тапҡырҙар еңеүсе һәм призер булған.

- Яңы скалодром бөтә республика спорт инфраструктураһының айырым ғорурлығы булыр, тип ышанам. Был стадион ҡаяға үрмәләү буйынса яңы чемпиондар тәрбиәләргә һәм иң юғары кимәлдәге спорт ярыштарын ҡабул итергә мөмкинлек бирәсәк. Барлыҡ спортсыларға һәм спорт яратыусыларға юғары маҡсаттарға өлгәшеүҙәрендә уңыштар теләйем! - тип билдәләне Андрей Генадьевич.
 
ҠАЯҒА ҮРМӘЛӘРГӘ БАЛАЛАР ҘА ЯРАТА
ҠАЯҒА ҮРМӘЛӘРГӘ БАЛАЛАР ҘА ЯРАТА
ҠАЯҒА ҮРМӘЛӘРГӘ БАЛАЛАР ҘА ЯРАТА
ҠАЯҒА ҮРМӘЛӘРГӘ БАЛАЛАР ҘА ЯРАТА
Автор:Миләүшә Ғәйфуллина
Читайте нас: