+9 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
6 Июль 2022, 22:44

КИРӘЙ МӘРГӘНГӘ ТАҠТАТАШ АСЫЛДЫ

Мишкә районы Ҡыйғаҙытамаҡ ауылында күренекле башҡорт яҙыусыһы, фольклорсы, ғалим Кирәй Мәргәндең тыуған нигеҙендә тыуыуына 110 тулыу уңайынан таҡтаташ асылды.

КИРӘЙ МӘРГӘНГӘ ТАҠТАТАШ АСЫЛДЫ
КИРӘЙ МӘРГӘНГӘ ТАҠТАТАШ АСЫЛДЫ



Сарала "Аҡбуҙат" журналы, Бөтә донъя башҡорттары вәкилдәре, Мишкә районы хакимиәтенән, Рәсәй фәндәр академияһының тарих, тел һәм әҙәбиәт институтынан, Яҙыусылар Союзынан, Ҡыйғаҙытамаҡ ауылы халҡы, Кирәй Мәргәндең туғандары ҡатнашты.

Кирәй Мәргән балалар өсөн дә әҫәрҙәр ижад иткән, уның "Олатай балтаһы", "Мөғжизәле айран" исемле балалар китаптары бар. Быларҙан тыш, ул фольклорсы булараҡ, байтаҡ башҡорт халыҡ әкиәттәрен туплап, уларҙы мәңгеләштереүгә өлгәшкән.

КИРӘЙ МӘРГӘНГӘ ТАҠТАТАШ АСЫЛДЫ
КИРӘЙ МӘРГӘНГӘ ТАҠТАТАШ АСЫЛДЫ
КИРӘЙ МӘРГӘНГӘ ТАҠТАТАШ АСЫЛДЫ
КИРӘЙ МӘРГӘНГӘ ТАҠТАТАШ АСЫЛДЫ
КИРӘЙ МӘРГӘНГӘ ТАҠТАТАШ АСЫЛДЫ
КИРӘЙ МӘРГӘНГӘ ТАҠТАТАШ АСЫЛДЫ
КИРӘЙ МӘРГӘНГӘ ТАҠТАТАШ АСЫЛДЫ
Автор:Гульнара Мустафина
Читайте нас: