+17 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
6 Июль 2022, 22:54

"ФОЛЬКЛОР АША БАЛАЛАРҒА БАШҠОРТ ТРАДИЦИЯЛАРЫН ЕТКЕРГӘН ШӘХЕС"

Мишкә районы үҙәк китапханаһында яҙыусы, фольклорсы, ғалим Кирәй Мәргәндең тыуыуына 110 йыл тулыу айҡанлы әҙәби-музыкаль сара уҙҙы.

"ФОЛЬКЛОР АША БАЛАЛАРҒА БАШҠОРТ ТРАДИЦИЯЛАРЫН ЕТКЕРГӘН ШӘХЕС"
"ФОЛЬКЛОР АША БАЛАЛАРҒА БАШҠОРТ ТРАДИЦИЯЛАРЫН ЕТКЕРГӘН ШӘХЕС"

Мишкә районы үҙәк китапханаһында яҙыусы, фольклорсы, ғалим Кирәй Мәргәндең тыуыуына 110 йыл тулыу айҡанлы әҙәби-музыкаль сара уҙҙы.

Әҙәбиәткә битараф булмаған район халҡынан тыш, сарала Мишкә районы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Лариса Александрова, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының мәҙәниәт һәм киң мәғлүмәт саралары комиссияһы рәйесе, “Аҡбуҙат” журналының баш мөхәррире Лариса Абдуллина, Рәсәй фәндәр академияһының тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының фәнни хеҙмәткәре, тарих фәндәре кандидаты Әхәт Сәлихов, Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылар Союзы ағзаһы, билдәле яҙыусы Флүр Ғәлимов, “Аҡбуҙат” журналының бүлек мөхәррире Айгөл Ғәбитова, Мишкә районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Мөнир Нурисламов, хеҙмәт ветераны Хәлил Фәрүәев ҡатнашты.

Рәсәй фәндәр академияһының тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының фәнни хеҙмәткәре, тарих фәндәре кандидаты Әхәт Сәлихов Кирәй Мәргәндең ғалим булараҡ фәнгә индергән өлөшө хаҡында һөйләне, “Аҡбуҙат” журналының баш мөхәррире Лариса Абдуллина Кирәй Мәргәндең “Олатайым балтаһы” һәм “Мөғжизәле айран” кеүек балалар китаптары булыуы хаҡында бәйән итте. Лариса Хашим ҡыҙы был китаптарҙың исемдәренә туҡталды: уларҙан милли рух аңҡыуын билдәләне. Ул шулай уҡ һөйөнөслө яңылыҡ менән уртаҡлашты: Өфөләге Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана фондында Кирәй Мәргәндең был китаптары һаҡлана, тимәк, уның балалар өсөн яҙған әҫәрҙәре тиҙҙән “Аҡбуҙат” журналында донъя күрәсәк.

“Кирәй Мәргән – бөйөк реформатор. Ул үҙ ваҡытында фольклор аша балаларға башҡорт халҡының традицияларын еткергән кеше”, - тип тамамланы ул һүҙен.
Китапхана хеҙмәткәрҙәре сығыштар араһында сараға йыйылғандарҙы Кирәй Мәргәндең тормош һәм ижад юлдары менән таныштыра барҙы, уларҙың һөйләгәндәрен проекторҙа фотоһүрәттәр һынландырҙы.

Шәхес ысын-ысынында үҙ артынан яҡты эҙ ҡалдырыуға өлгәшә. Әҙәбиәткә ул иртә аяҡ баҫа: ун алты йәшлек сағында Асҡын район гәзите сығарған әҙәби йыйынтыҡта “Яҙғы ҡояшҡа” исемле шиғыры донъя күрә. Был уның ташҡа баҫылған берҙән-бер шиғыры. “Күп шиғырҙар яҙҙым, әммә ниңәлер уларға күңел тартмай”, - тип яҙа Кирәй Мәргән 1932 йылда. Әҙәби эшмәкәрлеген шиғырҙарҙан башлай ҙа, әҙип очерк, хикәйәләр, новеллалар яҙыуға күсә.

Бөйөк Ватан һуғышының икенсе йылына, 42-селә Кирәй Мәргән 112-се Башҡорт атлылар дивизияһына хәрби хәбәрсе булып эләгә. 1943 йылдың июленә тиклем ут эсендә эшләй, күп очерктар, һуғыш тарихтары, хикәйәләр яҙа. Һуғыштан туберкулез, контузия, ике аяғына ла яра алып ҡайтып төшә, әммә был хаҡта яҙмаларында иҫкә алмай.
“Башҡорт егеттәренең һуғыш батырлыҡтары тураһында бер нисә китаптарымда һөйләнем”, - ти ул.

Кирәй Мәргәндең тыуыуына 110 йыл тулыуға арналған сара йыр-моңға үрелде: Илфаҡ Арыҫланов “Эх, еләкле йәйҙәре” тип йырланы, ә Ләлә Әхмәтгәрәева менән Филданиә Хәмиҙуллина әҙиптең “Шомбай” пьесаһынан өҙөк сәхнәләштерҙе.

Әҙәбиәттең бер нисә жанрында ижад иткән, үткер ҡәләмле журналист булып танылған, хәрби хәбәрсе сүрәтендә һуғыш һынлы һуғышта, ут эсендә йөрөгән, балалар өсөн дә әҫәрҙәр яҙырға өлгөргән, башҡорт халыҡ ижадын: әкиәттәрҙе, эпостарҙы һәм башҡа фольклор өлгөләрен йыйып, уларға мәңгелек ғүмер бүләк иткән Ҡаңлы ырыуы башҡорто Кирәй Мәргәндең изге исеме кесе Ватаны Мишкә районында ғына түгел, бар Башҡортостан тарихында алтын хәрефтәр менән уйылырға хаҡлы.

Айгөл ҒӘБИТОВА.

"ФОЛЬКЛОР АША БАЛАЛАРҒА БАШҠОРТ ТРАДИЦИЯЛАРЫН ЕТКЕРГӘН ШӘХЕС"
"ФОЛЬКЛОР АША БАЛАЛАРҒА БАШҠОРТ ТРАДИЦИЯЛАРЫН ЕТКЕРГӘН ШӘХЕС"
"ФОЛЬКЛОР АША БАЛАЛАРҒА БАШҠОРТ ТРАДИЦИЯЛАРЫН ЕТКЕРГӘН ШӘХЕС"
"ФОЛЬКЛОР АША БАЛАЛАРҒА БАШҠОРТ ТРАДИЦИЯЛАРЫН ЕТКЕРГӘН ШӘХЕС"
"ФОЛЬКЛОР АША БАЛАЛАРҒА БАШҠОРТ ТРАДИЦИЯЛАРЫН ЕТКЕРГӘН ШӘХЕС"
Автор:Гульнара Мустафина
Читайте нас: