+13 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
6 Июль 2022, 22:49

“БАЛАЛАР ӨСӨН ӘҪӘРҘӘР ИЖАД ИТКӘН ЯҘЫУСЫ ХАЛҠЫНЫҢ КИЛӘСӘГЕН ХӘСТӘРЛӘЙ”

Билдәле яҙыусы, фольклорсы, ғалим Кирәй Мәргәндең тыуыуына 110 йыл тулыу айҡанлы, шәхестең исемен мәңгеләштерҙеләр.

“БАЛАЛАР ӨСӨН ӘҪӘРҘӘР ИЖАД ИТКӘН ЯҘЫУСЫ ХАЛҠЫНЫҢ КИЛӘСӘГЕН ХӘСТӘРЛӘЙ”
“БАЛАЛАР ӨСӨН ӘҪӘРҘӘР ИЖАД ИТКӘН ЯҘЫУСЫ ХАЛҠЫНЫҢ КИЛӘСӘГЕН ХӘСТӘРЛӘЙ”



Мишкә районы башҡорт йәмәғәтселегенә күп арҙаҡлы шәхестәр бүләк иткән төбәк. Шәйехзада Бабич ошо ерҙә тыуа, Али Карнай, Флорид Бүләков кеүек әҙәбиәтселәр Мишкә районынан сыға. Ҡыйғаҙытамаҡ ауылы иһә Бабичтан тыш тағы ла бер күренекле әҙәбиәт, фән эшмәкәренең рухын һаҡлай – тап ошо ауылда Кирәй Мәргән (Әхнәф Кирәев) донъяға килә.

Быйыл уның тыуыуына 110 йыл тула. Ошо уңайҙан Ҡыйғаҙытамаҡта тарихи сара – Кирәй Мәргәндең тыуған нигеҙендә уның исеменә таҡтаташ асыу тантанаһы уҙҙы.
Тантанала мәртәбәле ҡунаҡтарҙан Мишкә районы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Лариса Александрова, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының мәҙәниәт һәм киң мәғлүмәт саралары комиссияһы рәйесе, “Аҡбуҙат” журналының баш мөхәррире Лариса Абдуллина, Рәсәй фәндәр академияһының тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының фәнни хеҙмәткәре, тарих фәндәре кандидаты Әхәт Сәлихов, Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылар Союзы ағзаһы, билдәле яҙыусы Флүр Ғәлимов, Мишкә районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Мөнир Нурисламов, хеҙмәт ветераны Хәлил Фәрүәев ҡатнашты. Иҫтәлекле ваҡиғаға шаһит булырға Ҡыйғаҙытамаҡ ауылы халҡы, Кирәй Мәргәндең туғандары йыйылды.

– Ҡыйғаҙытамаҡ ауылы – бөйөк шәхестәр тыуҙырған ер, - тип башланы сәләмләү һәм тәбрикләү һүҙен Мишкә районы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Лариса Александрова, - Кирәй Мәргәндең тыуыуына 11 июлдә 110 йыл тула. Бөгөн асыласаҡ таҡтаташ ауыл халҡы, килгән ҡунаҡтар өсөн дә сираттағы ҡыҙыҡлы урын булырына иманым камил.

“Аҡбуҙат” журналының баш мөхәррире Лариса Абдуллина Кирәй Мәргәндең балалар өсөн дә әҫәрҙәр яҙыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды:
– Балалар өсөн әҫәрҙәр ижад иткән яҙыусы халҡының киләсәген хәстәрләй. Кирәй Мәргән төрлө өлкәләрҙә: әҙәбиәттә, фәндә, журналистикала эшләп, бар яҡлап та халҡына хеҙмәт итә.

Яҙыусы Флүр Ғәлимов тантанаға йыйылғандарҙы Башҡортостан Яҙыусылар Союзы исеменән сәләмләне, был яҡтарға тәүгә килеүе хаҡында әйтеп үтте.
– Бик матур урындар, шуның өсөн дә бында бөйөк шәхестәр тыуғандыр, башҡорт халҡы өсөн бөйөк эштәр ҡылғандыр.
Кирәй Мәргәндең хәрби хәбәрсе булараҡ Бөйөк Ватан һуғышында 112-се башҡорт атлы дивизияһында йөрөүе лә уның хаҡында күп нәмә һөйләй. Ул 18 йәшенән үк төрлө гәзит-журналдарҙа баҫыла башлай, үҙен яҙыусы, ғалим булыуҙан тыш, драматург итеп тә таныта: уның пьесалары сәхнәгә сыға. Араларында иң билдәлеһе – Мифтахетдин Аҡмуллаға арналған “Өҙөлгән моң” пьесаһы.
Бер теләгем бар – Мишкә ере башҡорт әҙәбиәтенә байтаҡ шәхестәр бүләк иткән, был ижади сылбыр бөгөн дә өҙөлмәһен, ошо ерҙәрҙән яңынан-яңы яҙыусылар сыҡһын ине. Әҙәби түңәрәктәр ойошторорға, балаларҙан башлап бәләкәйҙән яҙышырға өйрәтергә кәрәк. “Аҡбуҙат” журналынан башлаһындар ине был эште, - тине ул.

Тарих фәндәре кандидаты Әхәт Сәлихов Кирәй Мәргәндең фән өлкәһендәге эшмәкәрлегенә туҡталды, уның фольклорсы булараҡ башҡарған хеҙмәтен юғары баһаланы.
– Уның фәнни китаптарын бөгөн дә йыш ҡулланалар, Милли китапханала ла китаптары һаҡлана, яңыртылып сығып та тора. Ғилми сәфәрҙәре хаҡында көндәлектәре лә бар, - тине ул һәм был төбәктә электән белемле халыҡ йәшәгәнен, шәжәрәләргә айырым иғтибар бүленгәнен дә билдәләп үтте.

Мишкә районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Мөнир Нурисламов Ҡыйғаҙытамаҡ ауылының бай тарихлы булыуы, бындағы иҫтәлекле урындарҙың байтаҡлығы хаҡында әйтеп үтте. Ысынлап та, Ҡыйғаҙытамаҡта “Бабич нуры” исемле мәсет, Шәйехзада Бабичҡа арналған музей эшләп килә, уның бюсы бар. Ауылға ингән ерҙә эшселәргә һәйкәл ҡуйылған.

Таҡтаташты Кирәй Мәргәндең туғандары Зөфәр, Сәғит, Нәсим Ғафаровтар асты. Унда “Кирәй Мәргән (11 июль, 1912 йыл – 24 ғинуар, 1984 йыл). Был урында яҙыусы, фольклорсы, әҙәбиәтсе, Ҡаңлы ырыуы башҡорто Кирәй Мәргәндең тыуған өйө булған” тигән һүҙҙәр уйылған.

Өфө ҡунаҡтары бер юлы Шәйехзада Бабичтың атаһы Мөхәмәтзакир Бабичевтың ҡәберенә зыярат ҡылып, уның рухына аят бағышларға ла онотманы.

Айгөл ҒӘБИТОВА.

“БАЛАЛАР ӨСӨН ӘҪӘРҘӘР ИЖАД ИТКӘН ЯҘЫУСЫ ХАЛҠЫНЫҢ КИЛӘСӘГЕН ХӘСТӘРЛӘЙ”
“БАЛАЛАР ӨСӨН ӘҪӘРҘӘР ИЖАД ИТКӘН ЯҘЫУСЫ ХАЛҠЫНЫҢ КИЛӘСӘГЕН ХӘСТӘРЛӘЙ”
“БАЛАЛАР ӨСӨН ӘҪӘРҘӘР ИЖАД ИТКӘН ЯҘЫУСЫ ХАЛҠЫНЫҢ КИЛӘСӘГЕН ХӘСТӘРЛӘЙ”
“БАЛАЛАР ӨСӨН ӘҪӘРҘӘР ИЖАД ИТКӘН ЯҘЫУСЫ ХАЛҠЫНЫҢ КИЛӘСӘГЕН ХӘСТӘРЛӘЙ”
“БАЛАЛАР ӨСӨН ӘҪӘРҘӘР ИЖАД ИТКӘН ЯҘЫУСЫ ХАЛҠЫНЫҢ КИЛӘСӘГЕН ХӘСТӘРЛӘЙ”
“БАЛАЛАР ӨСӨН ӘҪӘРҘӘР ИЖАД ИТКӘН ЯҘЫУСЫ ХАЛҠЫНЫҢ КИЛӘСӘГЕН ХӘСТӘРЛӘЙ”
“БАЛАЛАР ӨСӨН ӘҪӘРҘӘР ИЖАД ИТКӘН ЯҘЫУСЫ ХАЛҠЫНЫҢ КИЛӘСӘГЕН ХӘСТӘРЛӘЙ”
“БАЛАЛАР ӨСӨН ӘҪӘРҘӘР ИЖАД ИТКӘН ЯҘЫУСЫ ХАЛҠЫНЫҢ КИЛӘСӘГЕН ХӘСТӘРЛӘЙ”
Автор:Гульнара Мустафина
Читайте нас: