"ҠОШ ЮЛЫ" башҡорт бард хәрәкәте һәм "Тамыр" балалар телеканалы бынан теүәл биш йыл элек изге маҡсат менән ижади хеҙмәттәшлек йәйелдерҙе: БСТ каналына "Ҡош юлы. Балалар" телевизион конкурсы сыҡты.
"Ҡош юлы" башҡорт бард фестивале хаҡында ишетмәгән башҡорт бармы икән хәҙер? Быйыл унынсы миҙгелен ҡаршылаған гитарала уйнап йырлаусылар, автор-башҡарыусылар, шиғыр яҙыусылар республика конкурсы күптән башҡорт сәнғәтендә үҙ һүҙен әйткән, эстрадала сағыу йондоҙҙар ҡабынған. Ололарҙа ғына түгел, балаларҙа ла туған телдә йырларға, гитара сиртергә ҡыҙыҡһыныу уятыу маҡсаты менән барлыҡҡа килде лә инде "Ҡош юлы"ның махсус балалар өсөн конкурсы. Ул тап "Тамыр" балалар телеканалы тарафынан бойомға ашырылыуы менән әһәмиәтле: интернетта һайлап алыу турын үткән балаларҙы исемдәре республикаға яңғыраған билдәле башҡарыусылар остазлыҡҡа ала, улар бер нисә ай дауамында бергә эшләй, ижад итә, финал концертына йыйылыр алдынан бер-ике көндәре лә бергә үтә.
Быйыл бишенсе тапҡыр уҙғарылған "Ҡош юлы. Балалар" телевизион конкурсының финалы "Башҡортостан" дәүләт концерт залында гөрләне, унан алда балалар остаздары, проектты ойоштороусылар менән Ҡырмыҫҡалы районындағы ял базаһында "Дәрүишхан" төркөмөнөң оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашҡан, күңелле ваҡыт уҙғарған.
Финалға сыҡҡан ун бер ҡатнашыусының барыһының да йырҙарҙы үҙҙәре ижад итеүҙәре ҡыуандырҙы — был алға үҫеш бар, тигәнде аңлата, сөнки ғәҙәттә алдағы йылдарҙа был күренеш һирәк күҙәтелә ине. Эйе, бәлки ҡайһы берҙәренең йыр һүҙҙәрен мөхәррирләргә кәрәктер, ҡайһы берҙәренең гитарала уйнауын камиллаштырыу мотлаҡтыр, әммә дөйөм алғанда, һәр береһенең көслө тауышы, сәхнәлә үҙҙәрен ышаныслы тотоуҙары менән күңелде иретте.
"Ҡош юлы. Балалар"ҙың бишенсе миҙгеленең абсолют еңеүсеһе тип Учалы ҡыҙы Наҙгөл Хәмитова танылһа, "Аҡбуҙат" журналының махсус бүләгенә Белорет ҡалаһынан Гөлназ Шәғәлина лайыҡ булды. Ҡыҙ, ҡатнашыусылаР араһында иң бәләкәйе булыуына ҡарамаҫтан, шулай уҡ өсөнсө урынға лайыҡ булды.
Ҡасандыр "Ҡош юлы. Балалар" проектын булдырыу уйы менән янып "Тамыр"ға тәҡдим менән килгән "Ҡош юлы" башҡорт бард хәрәкәтенең элекке етәксеһе Тимур Йосопов, был тәҡдимде ҡушҡуллап күтәреп алған, "Ҡош юлы. Балалар"ҙы телевизион конркурс кимәленә тиклем үҫтергән, уның бер миҙгелен дә ҡалдырмаған "Тамыр" балалар телеканалы директоры Гөлназ Ҡолһарина, янып-көйөп, мөккибән китеп был проектты бойомға ашырған, уның алмаштырғыһыҙ авторы булып танылған Ләйсән Мәзитова һәм "Ҡош юлы. Балалар"ға ҡулы тейгән башҡалар — барыһы ла изге юлдан бара, сөнки йәш быуында мәҙәниәт, моң, сәнғәт аша мәңгелек ҡиммәттәргә һөйөү, ихтирам тәрбиәләй, уларға ҡанат ҡуя, һәләттәрен, күңелдәрен үҫтерә.