Тоҙлойылғала икенсе класты тамамлаған улы һыуға бата башлағас, атаһы ярҙамға ташлана. Әммә, әгәр Радмир уларҙы күреп ҡалмаһа, икеһе лә үҙ аллы ярға сыға алмаҫ ине. Малай уйлап та тормай, ҡотҡарыу түңәрәге менән улар янына ашыға.
“Радмирҙың ярҙамы баһалап бөткөһөҙ. Ҡаһарманлығы өсөн рәхмәт! - ти район башлығы. - Улдарында ҡыйыулыҡ сифаттары тәрбиәләгән атаһы менән әсәһенә айырыуса рәхмәт әйткем килә”.
Фото: Башинформ