+5 °С
Болотло
VKЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
27 Июнь 2022, 14:12

Бәләкәстәргә ярҙам йөҙөнән

"Күп кенә хәлле кешеләргә мөрәжәғәт иттек, улар 50 һум аҡсаһын да йәлләне, ә бер слесарь-сантехник картаһындағы һуңғы 136 һумын күсереүе менән ғәжәпләндерҙе"  – Өфөлә үҙ теләктәре менән аҡса йыйып Республика бала йортондағы ярҙамға мохтаж яңы тыуған бәпестәрҙе аҙыҡ-түлек, кәрәк-яраҡ менән тәьмин итәләр. 

Бәләкәстәргә ярҙам йөҙөнән
Бәләкәстәргә ярҙам йөҙөнән

“Беҙ, ун өс кеше, Өфө ҡалаһы, уның халҡы өсөн ниндәй ҙә булһа изге эш ҡылыу өсөн тупландыҡ та, ата-әсә ҡарауынан мәхрүм булған яңы тыуған балаларҙы туплаған Республика бала йортона ярҙам итергә ҡарар иттек”, - ти шәхси эшҡыуар Артур Мәмлиев.

Улар был изге эш өсөн аҡса йыйыу ойоштора, ниәттәре күп кенә таныштарын һәм дуҫтарын оло йөрәклелеккә һынай: Артур һөйләүенсә, күп кенә хәлле кешеләргә мөрәжәғәт итеп, уларҙан 50 һум да аҡса ала алмаған осраҡтар ҙа була.

“Ә слесарь-сантехник картаһында булған һуңғы 136 һумын күсереүе менән ғәжәпләндерҙе”, - ти Артур.

Һөҙөмтәлә, 70 мең һум аҡса йыйыла, иғәнә тулыһынса балалар өсөн аҙыҡ-түлек, төрлө кәрәк-яраҡҡа тотонола. Артур һәм уның таныштары, дуҫтары быларҙың барыһын да Республика бала йортона алып барып тапшыра.

Автор:Айгөл Ғәбитова
Читайте нас: