+18 °С
Болотло
VKЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
21 Июнь 2022, 13:46

Ташкенттағы Милли китапханаға – башҡорт китаптары

Араларында балалар әҙәбиәте өлгөләре лә бар.

Ташкенттағы Милли китапханаға – башҡорт китаптары
Ташкенттағы Милли китапханаға – башҡорт китаптары

Башҡортостандың рәсми делегацияһы Үзбәкстанда булғанда Ташкенттағы Алишер Навои исемендәге Милли китапхана фондына башҡорт китаптары тапшырылды. Был эште Башҡортостан Хөкүмәтенең вице-премьеры Азат Бадранов, Мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхананың директоры Марат Зөлҡәрнәев атҡарҙы.

Китапханаға башҡорт әҙәбиәтенең классик әҫәрҙәре, энциклопедиялар, фәнни-популяр әҙәбиәт өлгөләре тапшырылды. Әҙәби әҫәрҙәр араһында балалар өсөн китаптар ҙа бар: Зәйнәб Биишеваның “Дуҫ булайыҡ” повесы, “Тылсымлы әкиәттәр”, “Шайморатов генерал” китабы, һәм башҡалар.

Үзбәкстан китапханасылары белдереүенсә, Башҡортостандан һуңғы тапҡыр китаптар килтерелеүе 30 йыл элек булған, шуға күрә был сара Үзбәкстан менән Башҡортостан араһында был йәһәттән дуҫлыҡ күперенең тергеҙелеүе менән әһәмиәтле.

Ташкенттағы Милли китапханаға – башҡорт китаптары
Ташкенттағы Милли китапханаға – башҡорт китаптары
Автор:Айгөл Ғәбитова
Читайте нас: