+15 °С
Болотло
VKЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
14 Июнь 2022, 16:46

Шәхси балалар баҡсаларында 400 өҫтәмә урын булдырыласаҡ

Ә был балалар баҡсаларының тәрбиәселәре һәм етәкселәре квалификацияны камиллаштырыу курстарын үтә аласаҡ.

Шәхси балалар баҡсаларында 400 өҫтәмә урын булдырыласаҡ
Шәхси балалар баҡсаларында 400 өҫтәмә урын булдырыласаҡ

2022 йылда республикаға «Демография» милли проектының «Мәшғүллеккә булышлыҡ итеү» төбәк проектын тормошҡа ашырыу барышында өҫтәмә финанслау - 48,4 миллион һум бүленә. Бойороҡҡа Хөкүмәт рәйесе Михаил Мишустин ҡул ҡуйҙы. Был аҡсалар шәхси балалар баҡсаларында өҫтәмә урындар булдырыуға, уҡытыу һәм тәрбиәләү саралары менән йыһазландырыуға йүнәлтеләсәк. Ә был балалар баҡсаларының тәрбиәселәре һәм етәкселәре квалификацияны камиллаштырыу курстарын үтә аласаҡ. Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, 2022 йылда республикала 500 урынлыҡ 3 муниципаль балалар баҡсаһын файҙаланыуға тапшырыу күҙаллана - Өфөләге Кузнецов Затоны биҫтәһендә, Ҡырмыҫҡалы районының Ҡабаҡ һәм Салауат районының Янғантау ауылдарында.

Автор:Гульнара Мустафина
Читайте нас: