Конкурс-фестивалдә 5 йәштән алып 25 йәшкәсә бәйгеселәр ҡатнаша ала. Бәйгеселәр өсөн сәсәнлек сәнғәте буйынса оҫталыҡ дәрестәре үтәсәк һәм уникаль тәбиғәт ҡомартҡыһы - «Шүлгәнташ» мәмерйәһе менән танышыу ойоштороласаҡ. Сара сиктәрендә шулай уҡ М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында конференция үтәсәк.
Фестивалдең финал турында Мәскәүҙән, Красноярскийҙан, ҡырғыҙ Республикаһынан һәм Үзбәкстандан да ҡатнашасаҡтар. Башҡортостан Республикаһы исеменән Ишембай, Нефтекама, Сибай ҡалаларынан, Архангел, Әбйәлил, Баймаҡ, Баҡалы, Бишбүләк, Бөрйән, Дыуан, Дәүләкән, Ейәнсура, Йылайыр, Хәйбулла, Мәләүез, Шишмә, Туймазы, Федоровка, Учалы, Салауат, Ғафури райондарынан йәш сәсәндәр сығыш яһаясаҡ.
Проект халыҡ ижадының уникаль төрө - сәсәнлекте һаҡлау, үҫтереү маҡсатында Президенттың мәҙәни башланғыстар фонды грантына тормошҡа ашырыла. Сараны Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге һәм Башҡортостан Республикаһының Сәсәндәр үҙәге ойоштора.