“Геройҙар уҙышы” уңайынан “Башинформ” мәғлүмәт агентлығында матбуғат конференцияһы уҙҙы. Ойоштороусы Эдуард Шәфиев уҙыш тураһында тулыраҡ мәғлүмәт биреп үтте:
- “Геройҙар уҙышы” 2017 йылдан алып уҙа, был ваҡыт арауығында 11 сара үткәрҙек. Ябай йүгереүҙән беҙҙең уҙыштар төрлө ҡаршылыҡтары булыуы менән айырыла: соҡорҙар, ҡоймалар, һәм башҡалар.
2019 йылдан алып ҡаршылыҡлы уҙыштар рәсми спорт төрөнә әүерелде, был сағыштырмаса яңы спорт төрө тәү тапҡыр Башҡортостанда һыналып ҡаралды, тиһәк тә яңылышыу булмаҫ.
Өлкән ҡатнашыусылар 10 саҡрым дауамында 35 ҡаршылыҡтар менән көрәшһә, балалар 2 саҡрымда 15 ҡаршылыҡты еңергә тейеш.
“Геройҙар уҙышы”нда балалар 6-8, 9-11, 12-14 йәш категорияларына бүленеп ҡатнаша.
Ойоштороусылар белдереүенсә, был сара – ғаилә менән ваҡыт уҙғарыу өсөн ҡулайлы спорт фестивале. Йүгеректәрҙе юл дауамында көйәрмәндәре ҡеүәтләп, оҙатып бара ала – был уҙыштың тағы ла бер үҙенсәлеге.
“Патриот” паркында сара барышында күңел асыу һәм спорт фан-зоналары, тамаҡ ялғау урындары, DJ-сет эшләйәсәк.
Фото: автор фотоһы һәм ufa.uralint.ru сығанағынан.