+19 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
26 Май , 13:02

СЕРАФИМ БАЛАЛАР ЙОРТ-ИНТЕРНАТЫНЫҢ ҺӨЙӨНӨСТӘРЕ ҺӘМ КӨЙӨНӨСТӘРЕ

Бер төркөм йәмәғәт эшмәкәрҙәренең иҫкәртеүһеҙ балалар йорт-интернатына барып төшкәненән һуң нимәләр асыҡлана? 

СЕРАФИМ БАЛАЛАР ЙОРТ-ИНТЕРНАТЫНЫҢ ҺӨЙӨНӨСТӘРЕ ҺӘМ КӨЙӨНӨСТӘРЕ
СЕРАФИМ БАЛАЛАР ЙОРТ-ИНТЕРНАТЫНЫҢ ҺӨЙӨНӨСТӘРЕ ҺӘМ КӨЙӨНӨСТӘРЕ

Башҡортостандың йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре Серафим балалар йорто-интернатында булды.

Тәү башлап был һорауҙы республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығындағы Йәмәғәт Советы рәйесе, "Ломая барьеры" Үҙәге директоры Алина Хәбирова күтәреп сыға, уны башҡа йәмәғәт эшмәкәрҙәре хуплай.

"Беҙ балалар йортона алдан иҫкәртеүһеҙ барып төштөк", - тип һөйләй Алина Хәбирова, - "Тәү иғтибар иткән күренеш - ул таҙалыҡ. Коридорҙарҙа, уйын һәм йоҡо, хеҙмәткәрҙәрҙең бүлмәләрендә, ашханала. Стеналарҙағы һүрәттәр иғтибарҙы йәлеп итте  - улар һәләтле рәссам һәм интернат хеҙмәткәрҙәре тарафынан төшөрөлгән. Йәмле "Тере мөйөш" һәм үҫемлектәр оранжереяһы ла бар. Уйынсыҡтарҙың күп һәм төрлө булыуы ғәжәпләндерҙе. Уйынсыҡтар бөтә ерҙә лә: карауаттарҙа, тәҙрә төптәрендә, уйын бүлмәләрендә, стеллаждарҙа. Китаптар ҙа күп. Нәфис әҙәбиәт тә, балаларҙы төрлө яҡлап үҫтереүгә арналғандары ла бар".

Йәмәғәтселәрҙе балаларҙың уларға ҡарата мөғәлләмәһе лә әсир иткән: бәләкәстәр ҡунаҡтарҙы күреп, ҡаршыларынә йүгереп килгән, шиғырҙар һөйләгән, ихлас аралашҡан, ҡосаҡлашҡан.


Серафим балалар йорт-интернаты аң үҫеше тотҡарланған балалар өсөн тәғәйенләнгән. Унда 4 йәштән алып 25 йәшкә тиклемге зәғиф балалар тәрбиәләнә. Бөгөн интернатта йәшәгән 262 баланың 135-е - етем, 79-ҙының ата-әсәһе бар, 65 тәрбиәләнеүсегә ун һигеҙҙән ашҡан.


Балалар бында уйнап, ашап, йоҡлап ҡына ҡалмай. Тәрбиәләнеүселәрҙең һәр береһенә шәхсән көн тәртибе тәғәйенләнгән, был тәртиптә һәр баланың һаулыҡ үҙенсәлеге иҫәпкә алынған. Бөтә пландар, программалар баланың психологик, физик торошона ҡулайлаштырылған.

 

Тәрбиәләнеүселәр менән психологтар, дефектологтар һәм башҡа ошо йүнәлештәге белгестәр шөғөлләнә. Бында 27 класс бүлмәләре, бейеү залы, төрлө техник мөмкинлектәр, видео, фотоаппаратура менән тәьмин ителгән компьютер кабинеты бар, күп функциялы туғыҙ спорт залы эшләп килә.

Етешһеҙлектәр, хәл ителмәгән мәсьәләләр ҙә етерлек, әлбиттә.

Балалар йорт-интернаты директоры Алмаз Низамиев хәбәр итеүенсә, һуңғы тапҡыр биналарҙы ремонтлау өсөн аҡса 2020 йылда бүленгән. Көслө ямғырҙарҙан һуң ашхана янындағы ҡыйыҡтан да һыу үтә икән. Һуҡмаҡтарҙа асфальт та урыны-урыны менән уйылған - балаларҙы коляскала алып йөрөүе ҡыйынлаша.

Серафим балалар йорто-интернатына кәрәкле кадрҙар ҙа етмәй.

"Штатыбыҙ тулы булһа, һәр паллиатив баланы күтәреп кенә йөрөтөр инек. Хеҙмәткәрҙәребеҙ 70 процент, медицина хеҙмәткәрҙәре 64 процент, уҡытыусылар 72 процент ҡына тәшкил итә", - ти директор.

 

Серафим балалар йорт-интернаты ирекмәндәр ярҙамын ҡыуанып ҡабул итә. Йәй ваҡытында ярҙам ҡулын һуҙырға теләгәндәр килеп балаларға китаптар уҡый, улар менән шөғөлләнә, уларға төрлө тамашалар ойоштора.

 

Мәғлүмәт һәм фотолар Республика социаль хеҙмәтләндереү үҙәгенән алынды. 

СЕРАФИМ БАЛАЛАР ЙОРТ-ИНТЕРНАТЫНЫҢ ҺӨЙӨНӨСТӘРЕ ҺӘМ КӨЙӨНӨСТӘРЕ
СЕРАФИМ БАЛАЛАР ЙОРТ-ИНТЕРНАТЫНЫҢ ҺӨЙӨНӨСТӘРЕ ҺӘМ КӨЙӨНӨСТӘРЕ
СЕРАФИМ БАЛАЛАР ЙОРТ-ИНТЕРНАТЫНЫҢ ҺӨЙӨНӨСТӘРЕ ҺӘМ КӨЙӨНӨСТӘРЕ
СЕРАФИМ БАЛАЛАР ЙОРТ-ИНТЕРНАТЫНЫҢ ҺӨЙӨНӨСТӘРЕ ҺӘМ КӨЙӨНӨСТӘРЕ
СЕРАФИМ БАЛАЛАР ЙОРТ-ИНТЕРНАТЫНЫҢ ҺӨЙӨНӨСТӘРЕ ҺӘМ КӨЙӨНӨСТӘРЕ
СЕРАФИМ БАЛАЛАР ЙОРТ-ИНТЕРНАТЫНЫҢ ҺӨЙӨНӨСТӘРЕ ҺӘМ КӨЙӨНӨСТӘРЕ
СЕРАФИМ БАЛАЛАР ЙОРТ-ИНТЕРНАТЫНЫҢ ҺӨЙӨНӨСТӘРЕ ҺӘМ КӨЙӨНӨСТӘРЕ
Автор:Айгөл Ғәбитова
Читайте нас в