+13 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
25 Май 2022, 13:40

ЯҢҒЫРАНЫ ҺУҢҒЫ ҠЫҢҒЫРАУ!..

"Башҡортостан Хөкүмәте белем усаҡтарын тамамлап оло тормошҡа аяҡ баҫырға әҙерләнгән кисәге уҡыусыларҙы бар яҡлап та ҡеүәтләп, уларға ярҙам ҡулы һуҙып торасаҡ". 

ЯҢҒЫРАНЫ ҺУҢҒЫ ҠЫҢҒЫРАУ!..
ЯҢҒЫРАНЫ ҺУҢҒЫ ҠЫҢҒЫРАУ!..

Бөгөн мәктәптәрҙә шатлыҡлы ла, бер аҙ моңһоу ҙа байрам – Һуңғы ҡыңғырау тантанаһы уҙа.

 Ошо уңайҙан Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров Өфө ҡалаһындағы 5-се һанлы лицейҙа байрам сараһында ҡатнашты.

“Һуңғы ҡыңғырауҙа байрам кәйефен тойҙом, үҙемдең мәктәп йылдарын, тәүге уҡытыусымды, бөгөнгө сығарылыш уҡыусылары кеүек тантаналы линейкала тороуымды, ололарҙың кәңәш һүҙҙәрен тыңлауымды иҫкә төшөрҙөм. Был ысынлап та ғүмерлеккә иҫтә ҡалыр мәл”, - тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты ул үҙенең “Бәйләнештә”ге сәхифәһендә.

Андрей Назаров белдереүенсә, Башҡортостан Хөкүмәте белем усаҡтарын тамамлап оло тормошҡа аяҡ баҫырға әҙерләнгән кисәге уҡыусыларҙы бар яҡлап та ҡеүәтләп, уларға ярҙам ҡулы һуҙып торасаҡ. Тиҙҙән Өфөлә Фән һәм технологиялар университеты булдырыласаҡ.

Донъя кимәлендәге Евразия фән һәм мәғариф үҙәге сиктәрендә уҡыу йорттары араһында студенттар кампусы төҙөлөү проекты үҙ эшен башлаған.

“Быларҙың барыһы ла республикала сифатлы юғары белем алырға этәргес булып торасаҡ”, - ти Премьер-министр.

ЯҢҒЫРАНЫ ҺУҢҒЫ ҠЫҢҒЫРАУ!..
ЯҢҒЫРАНЫ ҺУҢҒЫ ҠЫҢҒЫРАУ!..
ЯҢҒЫРАНЫ ҺУҢҒЫ ҠЫҢҒЫРАУ!..
Автор:Айгөл Ғәбитова
Читайте нас: