+17 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
25 Май 2022, 11:55

Олимпия уйындары һәм халыҡ-ара ярыш призерҙары Башҡортостан шифаханаларын һайлай

Ғафури районы Красноусол шифаханаһында «Спорт тулҡыны» фестивале үтте. Ярыштарҙан тыш бында балалар өсөн аниматорҙар менән уйындар һәм конкурстар, отош уйындары, ғаилә старттары үтте.

Олимпия уйындары һәм халыҡ-ара ярыш призерҙары Башҡортостан шифаханаларын һайлай
Олимпия уйындары һәм халыҡ-ара ярыш призерҙары Башҡортостан шифаханаларын һайлай

Сарала билдәле биатлонсы, Пекиндағы Уйындарҙың өс тапҡыр бронза призеры Эдуард Латыпов ҡатнашты. Ул фестивалдең махсус ҡунағы булды. Спортсы «Красноусол» шифаханаһында ярыштарҙан һуң ял итә, киләһе ярыштарҙа ҡатнашыр өсөн көс йыя. “Тыуған Башҡортостан ерендә нығынам, көс алам. Башҡортостан өсөн күпме йүгерәм, ә үҙебеҙҙең курорттарыбыҙға бер ҙә барғаным юҡ ине. Һәм бына, мөмкинлек тыуҙы. Бик матур бында”, - ти ул.

Фестиваль ярыштары алты дисциплина буйынса уҙҙы. Бәйгеселәрҙең бер юлы бер нисә этапта көсөн һынап ҡарау мөмкинлеге булды. Ярыштарҙан тыш бында балалар өсөн аниматорҙар менән уйындар һәм конкурстар, отош уйындары, ғаилә старттары үтте. Шифахана кулинарҙары тарафынан тәмле һый тәҡдим ителде.

«Красноусол» курорты - Башҡортостандың күптән эшләп килгән шифаханаһы, бында ял итеүселәргә бөтә шарттар ҙа тыуҙырылған. Минераль һыуҙар, тәбиғи ләм, дауалау базаһы һәм тәжрибәле белгестәр һаулыҡты нығытырға ярҙам итә. Ә спорт һөйөүселәр өсөн бында махсус майҙансыҡтар йыһазландырылған, уларҙы ярышта ҡатнашыусылар һынап ҡараған да инде.

 

Олимпия уйындары һәм халыҡ-ара ярыш призерҙары Башҡортостан шифаханаларын һайлай
Олимпия уйындары һәм халыҡ-ара ярыш призерҙары Башҡортостан шифаханаларын һайлай
Олимпия уйындары һәм халыҡ-ара ярыш призерҙары Башҡортостан шифаханаларын һайлай
Олимпия уйындары һәм халыҡ-ара ярыш призерҙары Башҡортостан шифаханаларын һайлай
Олимпия уйындары һәм халыҡ-ара ярыш призерҙары Башҡортостан шифаханаларын һайлай
Автор:Гульнара Мустафина
Читайте нас: