+17 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
24 Май 2022, 14:46

"Өләсәйем әкиәттәре" - уникаль проект

Балалар баҡсалары тәрбиәселәре, уҡытыусылар, атай-әсәйҙәр өсөн балаларҙың тел байлығын арттырыуҙа, телдәр өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу уятыуҙа ҙур байлыҡ был! 

"Өләсәйем әкиәттәре" - уникаль проект
"Өләсәйем әкиәттәре" - уникаль проект

Профессор Гөлфирә Абдуллинаның "Бәйләнештә" социаль селтәрендәге сәхифәһенән: 

 

Һөйөнсө!!! Башҡорт дәүләт университеты ғалимдары уникаль проект өҫтөндә эште уңышлы тамамланы
«Өләсәйем әкиәттәре» проекты Рәсәй Федерацияһының туған телдәрҙе һаҡлау һәм үҫтереү фонды менән берлектә алып барылды. Эштең һөҙөмтәһе булараҡ балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәре өсөн сағыу дидактик материалдар Мәскәүҙә донъя күрҙе.
Проекттың авторы – милли телдәрҙе уҡытыу методикаһы өлкәһендә ҙур тәжрибә туплаған профессор Елизавета Хамраева. Төҫлө альбомдар 9 тел буйынса әҙерләнгән. Башҡорт-урыҫ ике теллелеген үҫтереүгә ҡоролған альбомдарҙың авторҙары – башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты уҡытыусылары.
Республикабыҙҙа полилингваль мәктәптәрҙе үҫтереүгә ҙур иғтибар бүленә. Инновацион белем биреү ойошмаларын методик ҡулланмалар менән тәьмин итеү – заман талабы. Ошоно иҫәпкә алып, 27 май көндө Башҡорт дәүләт университетында балалар баҡсалары тәрбиәселәре өсөн семинар ойоштороу күҙаллана.

Автор:Гульнара Мустафина
Читайте нас: