+9 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
18 Май 2022, 14:13

Үзбәкстанда йәшәһә лә, балалары һәм ейәндәре башҡорт телен, мәҙәниәтен онотмаһын, тип тырыша

"Балалар бында башҡорт телен өйрәнһендәр ине..."

Үзбәкстанда йәшәһә лә, балалары һәм ейәндәре башҡорт телен, мәҙәниәтен онотмаһын, тип тырыша
Үзбәкстанда йәшәһә лә, балалары һәм ейәндәре башҡорт телен, мәҙәниәтен онотмаһын, тип тырыша

Зөлфиә Рәхимова инде 33 йыл Үзбәкстанда йәшәй. Тыуған Башҡортостанына мөмкин тиклем ҡайтып йөрөргә тырыша, балалары һәм ейәндәре башҡорт телен, мәҙәниәтен онотмаһын, тип тырыша.

“Тыуған республикабыҙҙы һағынабыҙ. Яҡташтар йыйылышып башҡорт байрамдары, һабантуйҙар үткәрәбеҙ. Балалар бында башҡорт телен өйрәнһендәр ине. Әлифбалар алып килеп, башҡорт телен мәктәптәрҙә факультатив булараҡ балаларға өйрәтеү – ниәтебеҙ”, - ти ул.

Үзбәкстанда утыҙ меңгә яҡын башҡорт йәшәй. Улар өсөн төп сараларҙы урындағы башҡорт йәмәғәт һәм мәҙәниәт үҙәге ойоштора. Быйыл ойошмаға 30 йыл тула.

“Бар белгән йолаларыбыҙҙы аманат итеп балаларыбыҙға тапшырабыҙ, Үзбәкстан йолаларын да хөрмәт итәбеҙ, сөнки ул беҙгә икенсе Ватан, ә балаларыбыҙҙың Тыуған иле, сөнки улар бында донъяға килеп, бында үҫә”, - ти Ташкентта йәшәгән яҡташтарыбыҙҙың береһе Рәлиә Карипова.

Үзбәкстанда йәшәһә лә, балалары һәм ейәндәре башҡорт телен, мәҙәниәтен онотмаһын, тип тырыша
Үзбәкстанда йәшәһә лә, балалары һәм ейәндәре башҡорт телен, мәҙәниәтен онотмаһын, тип тырыша
Үзбәкстанда йәшәһә лә, балалары һәм ейәндәре башҡорт телен, мәҙәниәтен онотмаһын, тип тырыша
Автор:Айгөл Ғәбитова
Читайте нас: