+17 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
18 Май 2022, 13:12

Башҡортостан уҡытыусыһы “Уҡытыусы өлөшө” II Бөтә Рәсәй конкурсы еңеүсеһе!

Был лайыҡлы еңеүгә "Новошкола" шәхси мәктәбе уҡытыусыһы Юлиә Садыҡова эйә булды...

Башҡортостан уҡытыусыһы  “Уҡытыусы өлөшө” II Бөтә Рәсәй конкурсы еңеүсеһе!
Башҡортостан уҡытыусыһы “Уҡытыусы өлөшө” II Бөтә Рәсәй конкурсы еңеүсеһе!

15 майҙа Мәскәүҙә Рәсәй шәхси мәктәптәре уҡытыусыларының “Уҡытыусы өлөшө” II Бөтә Рәсәй конкурсы финалистарын бүләкләү тантанаһы уҙҙы. Ярыш һөҙөмтәләре буйынса 55 жюри ағзаһы Өфө ҡалаһының “Новошкола” шәхси мәктәбенең тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү фәндәре уҡытыусыһы Юлиә Садыҡованы еңеүсе тип билдәләне.

Конкурс дүрт ай ярым барҙы һәм өс этаптан торҙо. 257 ҡатнашыусы араһынан финалға 12 уҡытыусы үтте. 14 майҙа улар «Stand Up Store Moscow» сәхнәһендә “уҡытыусылар баттлы”нда көс һынашты.

Бөтә һынауҙарҙы ла уңышлы үтеп, еңеү яулаған Башҡортостан уҡытыусыһы Юлиә Садыҡова шулай уҡ «Һүҙ оҫтаһы», «Ылыҡтырғыс сценарий», «Үткәндән башҡа киләсәк юҡ», «Креативлыҡ һәм артистлыҡ өсөн», «Заман уҡытыусыһы» номинациларында дипломдар менән бүләкләнде һәм «ЭдЭксперт»баҫмаһының махсус номинацияһына эйә булды.

 

Автор:Гульнара Мустафина
Читайте нас: