+19 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Май 2022, 13:16

“Зур тәнәфес" Бөтә Рәсәй конкурсына Башҡортостандан 40 меңгә яҡын уҡыусы ғариза биргән

 Ә бер йыл элек беҙҙең республиканан тәүге тапҡыр ҡатнашып, 10641 уҡыусы ғариза биргән булған...  

“Зур тәнәфес" Бөтә Рәсәй конкурсына Башҡортостандан 40 меңгә яҡын уҡыусы ғариза биргән
“Зур тәнәфес" Бөтә Рәсәй конкурсына Башҡортостандан 40 меңгә яҡын уҡыусы ғариза биргән

Конкурста 5-10 класс уҡыусылары, шулай уҡ колледждарҙың 1-3 курс студенттары ҡатнаша.

Быйыл конкурсанттар 12 тематик йүнәлештә ҡатнаша ала: Фән һәм технологиялар, сәнғәт һәм ижад, журналистика һәм яңы медиа, ирекмәнлек, тарихи хәтер, сәләмәт тормош рәүеше, экология, урбанистика, сәйәхәт һәм туризм, белем биреү технологияларының үҫеше, йәштәр эшҡыуарлығы, дәүләт оборона һәм хәүефһеҙлек.

Ҡатнашыусыларҙы теркәү 2022 йылдың 10 июненә тиклем bolshayaperemena.online платформаһында уҙа. Конкурс еңеүселәре “Артек” халыҡ-ара лагерына һәм Санкт-Петербургтан Владивостокка ҡәҙәр сәйәхәткә юллама менән бүләкләнәсәк, аҡсалата премиялар һәм белем алыуға йә стартапты башлап ебәреүгә гранттар аласаҡ.

Быйыл “Ҙур тәнәфес”тә беренсе тапҡыр ДНР һәм ЛНР уҡыусылары ҡатнашасаҡ. 27 мең уҡыусы теләк белдергән дә инде.


Автор:Гульнара Мустафина
Читайте нас: