-3 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Май 2022, 21:54

Рәсәйҙә дөйөм балалар хәрәкәте тергеҙеләсәк

Быйыл 19 майҙа Пионерияның 100 йыллығын билдәләйәсәкбеҙ. 18-19 майҙа Мәскәүҙә Рәсәй уҡыусыларының "Ҙур мәктәп пикнигы" тигән фестиваль үтә. Унда илдең 85 төбәгенән 1 меңдән ашыу делегат ҡатнашасаҡ.   

Рәсәйҙә дөйөм балалар хәрәкәте тергеҙеләсәк
Рәсәйҙә дөйөм балалар хәрәкәте тергеҙеләсәк

РБК хәбәр итеүенсә, ошо сара барышында 19 майҙа Рәсәйҙә яңы дөйөм балалар һәм йәштәр хәрәкәте булдырылыуы тураһында хәбәр ителәсәк. Шулай итеп, Пионерияның тыуған көнөндә илдең бөтә балаларын берләштереүсе элекке пионерҙар ойошмаһына оҡшаш хәрәкәт тергеҙелә. 

"Ҙур мәктәп пикнигы" фестивале ваҡытында "Рәсәй уҡыусылары хәрәкәте" балалар һәм үҫмерҙәр ойошмаһының сираттағы съезы ла үтә, беренсе Бөтә Рәсәй балалар премияһын тапшырыу тантанаһы буласаҡ. Абруйлы ҡунаҡтар, төрлө ведомство вәкилдәре ҡатнашасаҡ. Әлбиттә, Пионерияның 100 йыллығы ла тантаналы билдәләнәсәк.

Әйткәндәй, илебеҙҙә уҡыусылар өсөн төрлө йүнәлештәге ойошмалар эшләп килә: "Рәсәй уҡыусылары хәрәкәте", "Ҙур тәнәфес" проекты, 2016 йылда Оборона министры Сергей Шойгу тәҡдиме менән булдырылған "Йәш армеецтар" хәрәкәте... Улар яңы ойошманы төҙөүҙә ҡатнашасаҡ.  Дөйөм балалар һәм йәштәр хәрәкәте мәктәп уҡыусыларын ғына түгел, колледжда белем алыусыларҙы ла үҙенә йәлеп итәсәк. 

Сығанаҡ: yanshishma.com

Фото: https://yandex.ru.

Автор:Гульнара Мустафина
Читайте нас: