+9 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
16 Май 2022, 21:19

Альбанов музейына конкурсҡа балаларҙан 700-ҙән ашыу эш ҡабул ителгән

В. И. Альбанов исемендәге полярниктар музейында “Төньяҡ балҡышы” республика ижади конкурсына йомғаҡ яһалды.

Альбанов музейына конкурсҡа балаларҙан 700-ҙән ашыу эш ҡабул ителгән
Альбанов музейына конкурсҡа балаларҙан 700-ҙән ашыу эш ҡабул ителгән

Конкурс Башҡортостан Республикаһы Милли музейы филиалы тарафынан икенсе тапҡыр үткәрелә. Беренсеһе 2021 йылда полярниктар музейын асыу тантанаһына арналғайны һәм конкурс  “Балалар рәсеме” тигән бер номинациянан ғына торҙо, өс йөҙләгән һүрәт килде. Быйылғы ижади бәйге поляр штурман Валерий Альбановтың 140 йыллығына арналды. 6 – 17 йәшлек балалар үҙҙәренең ижади һәләтен рәсем төшөрөүҙә генә түгел, ә эссе яҙыу, судомоделләштереү буйынса ла оҫталыҡтарын һынап ҡараны.

- Өфөлә Валериан Альбанов исемендәге полярниктар музейын асҡанға тиклем, республикабыҙҙың йөҙләгән малай һәм ҡыҙҙарының Арктика диңгеҙҙәре тип иҫтәре киткәнен белмәй инек, - тине музей мөдире Тимур Сәфәрғәлиев.

Конкурс еңеүселәре бер көнлөк путевка менән бүләкләнәсәк. Был путевка эсенә Торатауға экотропта күтәрелеү, совет һәм рәсәй ғалим-геофизигы, башҡорт полярнигы Геннадий Семенович Казаниндың тыуған яғы - Федоровка районы Покровка ауылына сәйәхәт ҡылыу ҡаралған.

 

Альбанов музейына конкурсҡа балаларҙан 700-ҙән ашыу эш ҡабул ителгән
Альбанов музейына конкурсҡа балаларҙан 700-ҙән ашыу эш ҡабул ителгән
Альбанов музейына конкурсҡа балаларҙан 700-ҙән ашыу эш ҡабул ителгән
Альбанов музейына конкурсҡа балаларҙан 700-ҙән ашыу эш ҡабул ителгән
Альбанов музейына конкурсҡа балаларҙан 700-ҙән ашыу эш ҡабул ителгән
Альбанов музейына конкурсҡа балаларҙан 700-ҙән ашыу эш ҡабул ителгән
Альбанов музейына конкурсҡа балаларҙан 700-ҙән ашыу эш ҡабул ителгән
Альбанов музейына конкурсҡа балаларҙан 700-ҙән ашыу эш ҡабул ителгән
Автор:Гульнара Мустафина
Читайте нас: