+13 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
8 Май 2022, 21:22

Муса Гәрәевкә спектакль арнанылар

М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында премьера - ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы, данлыҡлы осоусы-штурмовик Муса Гәрәевҡа арналған "Батыр йондоҙо" спектакле тәүге тапҡыр сәхнәгә сыҡты.

Муса Гәрәевкә спектакль арнанылар
Муса Гәрәевкә спектакль арнанылар

Пьеса Муса Гәрәевтең тормош юлына нигеҙләнеп яҙылған. Һуғыш юлын үтеп тә, миҙалдар яулап та Муса Гәрәев бер тапҡыр ҙа яраланмай.

 

22 йәшендә Муса Гәрәев икенсегә Советтар Союзы Геройы исемен ала.

Актерҙар легендар осоусы-штурмовик тормошоноң  иң хәтәр, сағыу мәлдәрен оҫта сағылдырып, уны тулыһынса асып бирә алған.

 

Спектаклдең премьераһына Муса Гәрәевтең улы Евгений Муса улы ғаиләһе менән килгән. Шулай уҡ тамашала батырҙың яҡташтары илештәр ҙә булды.

Муса Гәрәевкә спектакль арнанылар
Муса Гәрәевкә спектакль арнанылар
Муса Гәрәевкә спектакль арнанылар
Муса Гәрәевкә спектакль арнанылар
Автор:Айгөл Ғәбитова
Читайте нас: