+17 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
5 Май 2022, 14:16

Уҡытыусылар иғтибарына

Тәрбиә һәм балалар ойошмалары эштәрен яйға һалырҙай директор кәңәшсеһе булырға теләһәгеҙ, был конкурс һеҙҙең өсөн. 

Уҡытыусылар иғтибарына
Уҡытыусылар иғтибарына

Башҡортостанда "Бала саҡ йүнәлештәре 2.0" ("Навигаторы детства 2.0") Бөтә Рәсәй конкурсы бойомға ашырыла.

Республиканың Мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин белдереүенсә, был конкурс тәрбиә һәм балалар ойошмаһы  менән эш буйынса мәктәптәрҙә директор кәңәшсеһен һайлау маҡсаты менән уҙғарыла.

"Йүнәлеш" хәҙерге заманда балаларҙы һәм белем биреү ойошмаларын төрлө яҡлап уратҡан күп мәғлүмәт ағымын яйға һалырға, алдынғы технологияларға иғтибар бирергә, тәрбиә өлкәһендәге теге йәки был һорауҙарҙы хәл итергә мөмкинлек бирә.

"Бала саҡ йүнәлеше 2.0" Бөтә Рәсәй конкурсы кәңәшсе булып эшләрҙәй уҡытыусыларҙы көтә.

Проектта ҡатнашыр өсөн 13 майға тиклем https://rdsh.education/contest/ һылтанмаһы буйынса теркәлеү мотлаҡ.

Автор:Айгөл Ғәбитова
Читайте нас: