+9 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
29 Апрель 2022, 00:46

Рәсәй Фәндәр академияһы президенты Александр Сергеев Башҡортостан уҡыусыларына асыҡ дәрес бирҙе

Эш сәфәре сиктәрендә Рәсәй Фәндәр академияһы академигы Александр Сергеев етәкселегендәге Рәсәй Фәндәр академияһы делегацияһы Рәсәй Фәндәр академияһының база мәктәптәрендә булды.

Рәсәй Фәндәр академияһы президенты Александр Сергеев Башҡортостан уҡыусыларына асыҡ дәрес бирҙе
Рәсәй Фәндәр академияһы президенты Александр Сергеев Башҡортостан уҡыусыларына асыҡ дәрес бирҙе

 М.С. Пинский исемендәге 83-сө инженер лицейы майҙансығында Александр Сергеев Рәсәй Фәндәр академияһы база мәктәптәренең өлкән класс уҡыусылары өсөн асыҡ дәрес бирҙе.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәй Фәндәр академияһының база мәктәптәре - Рәсәй Фәндәр академияһы һәм РФ Мәғариф министрлығының берлектәге проекты. Маҡсаты - фән һәм юғары технологиялар өлкәһендә артабан карьера яһау өсөн йәш таланттарҙы асыҡлау һәм әҙерләү.

Уҡыусылар менән осрашыуҙы Федерация Советының Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесе Лилиә Ғүмәрова алып барҙы: «Башҡортостандағы биш уҡыу йортоноң Рәсәй Фәндәр академияһының база мәктәптәре иҫәбенә инеүе - төбәктең дөйөм белем биреү системаһын үҫтереүгә ҡеүәтле стимул», - тип билдәләне сенатор.

«Беҙҙең бурыс - технологик элита тәрбиәләү», тине үҙенең сығышында академик Александр Сергеев. Рәсәй Фәндәр академияһы президенты фекеренсә, республика фәнни-техник өлкәләге проекттарҙа әүҙем ҡатнаша һәм уларҙы бойомға ашыра, шуның менән илдең технологик киләсәген кадрҙар менән тәьмин итә. «Республикала Евразия ғилми-мәғариф үҙәге булдырыла, студенттарҙың яңы кампусы төҙөлә, ғалимдарға грант ярҙамы киң үҫтерелә», - тип билдәләне ул.

Мәктәп уҡыусылары әңгәмәлә әүҙем ҡатнашты һәм Александр Сергеевҡа үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирҙе. Уҡыусыларҙы, академик фекеренсә, хәҙерге донъяла ниндәй һөнәрҙәр, шулай уҡ 3-5 йылдан ниндәй тармаҡтарға ихтыяж булыуы ҡыҙыҡһындырҙы. Академик, физика, химия, биологияға бәйле инженер һөнәрҙәре һәр ваҡыт актуаль буласаҡ, тигән ышанысын белдерҙе.

Рәсәй Фәндәр академияһы президенты Александр Сергеев Башҡортостан уҡыусыларына асыҡ дәрес бирҙе
Рәсәй Фәндәр академияһы президенты Александр Сергеев Башҡортостан уҡыусыларына асыҡ дәрес бирҙе
Рәсәй Фәндәр академияһы президенты Александр Сергеев Башҡортостан уҡыусыларына асыҡ дәрес бирҙе
Автор:Гульнара Мустафина
Читайте нас: