+12 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
26 Апрель 2022, 15:12

"УРА! ХӘҘЕР БЕҘ ЙӘШ ЭКОЛОГТАР БУЛДЫҠ!"

Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының "Йәйғор" балалар баҡсаһында "Йәш экологтар - тәбиғәттең дуҫтары һәм һаҡсылары" байрамы гөрләне.

"УРА! ХӘҘЕР БЕҘ ЙӘШ ЭКОЛОГТАР БУЛДЫҠ!"
"УРА! ХӘҘЕР БЕҘ ЙӘШ ЭКОЛОГТАР БУЛДЫҠ!"


Балалар Зирәккәй, Шымыҡай һәм Шыршыҡай менән танышты, улар менән йомаҡ ҡойҙо, күнекмәләр эшләне, уйындар уйнаны.

Улар шулай уҡ бергәләп йәш экологтар гимнын йырланы, ант бирҙе, һәр бер йәш экологҡа галстуктар бәйләнде.

Тантаналы өлөштән һуң балалар, йәш экологтар булараҡ, тышҡа өмәгә сыҡты. Кескәйҙәр ҙур теләк менән тәрбиәселәргә биләмәне сүп-сарҙан, кипкән үләндән таҙартырға ярҙам итте, тәбиғәт күренештәрен күҙәтте.

Әлиә Сәлимова, тәрбиәсе.

"УРА! ХӘҘЕР БЕҘ ЙӘШ ЭКОЛОГТАР БУЛДЫҠ!"
"УРА! ХӘҘЕР БЕҘ ЙӘШ ЭКОЛОГТАР БУЛДЫҠ!"
"УРА! ХӘҘЕР БЕҘ ЙӘШ ЭКОЛОГТАР БУЛДЫҠ!"
"УРА! ХӘҘЕР БЕҘ ЙӘШ ЭКОЛОГТАР БУЛДЫҠ!"
"УРА! ХӘҘЕР БЕҘ ЙӘШ ЭКОЛОГТАР БУЛДЫҠ!"
Автор:Гульнара Мустафина
Читайте нас: