+17 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
26 Апрель 2022, 14:56

«Беҙҙең "Һөт кухняһы"на - өс йыл!»

"Бына өс йыл инде балаларыбыҙҙың, йөклө, имеҙеүсе әсәйҙәребеҙҙең туҡланыуын хәстәрләүгә ныҡлы тотондоҡ. 2019 йылдың апреленән, республикала һөт кухнялары селтәрен тергеҙеү тураһында ҡарар ҡабул иткәс, бик күп эштәр башҡарҙыҡ тип уйлайым", - тип хәбәр итә республика Башлығы Радий Хәбиров үҙенең "Бәйләнештә" социаль селтәрендәге сәхифәһендә. 

«Беҙҙең "Һөт кухняһы"на - өс йыл!»
«Беҙҙең "Һөт кухняһы"на - өс йыл!»

«Бөгөн “Һөт кухняһы” продукцияһы Башҡортостандың төрлө райондарында 7 заводта етештерелә. Республикала 140 таратыу пункты - 55 фирма нөктәһе эшләй, 11-е - дарыуханалар һәм поликлиникалар базаһында,  64 ауылға даими рәүештә автокибеттәр килә.

Башҡортостанда 22 624 кеше - аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән балалар, етемдәр, ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалғандар, йөклө һәм имеҙеүсе әсәләр бушлай һөт ризыҡтары ала. Бындай ярҙамдың халыҡ өсөн ни тиклем мөһим булыуын аңлайбыҙ. Бушлай продукция алыу өсөн шәхесте раҫлаған документтарҙың күсермәһе һәм педиатрҙан справка ғына кәрәк. Ғаризаны «Һөт кухняһы»ның мобиль ҡушымтаһында һәм Күп функциялы үҙәктең бөтә офистарында бирергә мөмкин.

Беҙ даими рәүештә алға барабыҙ, проектты үҫтерәбеҙ. Продукцияны тағы ла файҙалыраҡ итергә тырышабыҙ, яңы тәмдәр өҫтәлә, төрөү уңайлыраҡ була бара. Сайтҡа һылтанма: https://milkrb.ru/

Беҙҙең «Һөт кухняһы» «Рәсәй сифаты йондоҙо» Бөтә Рәсәй тауар һәм хеҙмәттәр етештереүселәр конкурсының «Һөт продукцияһын етештереүселәр» номинацияһында лауреат булыуын бик яҡшы һөҙөмтә тип иҫәпләйем. Был иң юғары баһаға әлегә тиклем Башҡортостан продукттарының лайыҡ булғаны юҡ ине әле. Беҙҙең өсөн әсәйҙәрҙең фекерҙәре бик мөһим, улар «Һөт кухняһы» селтәрен артабан үҫтереүҙе һорай. Беҙ был хаҡта уйлайбыҙ.

Барығыҙға ла иҫәнлек-һаулыҡ!»

«Беҙҙең "Һөт кухняһы"на - өс йыл!»
«Беҙҙең "Һөт кухняһы"на - өс йыл!»
«Беҙҙең "Һөт кухняһы"на - өс йыл!»
«Беҙҙең "Һөт кухняһы"на - өс йыл!»
«Беҙҙең "Һөт кухняһы"на - өс йыл!»
«Беҙҙең "Һөт кухняһы"на - өс йыл!»
«Беҙҙең "Һөт кухняһы"на - өс йыл!»
«Беҙҙең "Һөт кухняһы"на - өс йыл!»
«Беҙҙең "Һөт кухняһы"на - өс йыл!»
Автор:Гульнара Мустафина
Читайте нас: