+26 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
22 Апрель 2022, 16:36

Иң бәләкәй диктант яҙыусы кем булыр?

23 апрель Халыҡ-ара башҡорт теленән диктант яҙыу мәғариф акцияһы үтә.

Иң бәләкәй диктант яҙыусы кем булыр?
Иң бәләкәй диктант яҙыусы кем булыр?

Диктантта ҡатнашырға йыйынһағыҙ, сараның символикаһын ҡулланып, социаль селтәрҙәрҙә аватаркағыҙҙы яңырта алаһығыҙ: https://avatar.web-canape.ru/client?id=1256.

Башҡорт теленән диктант яҙыу онлайн һәм оффлайн тәртиптә үтә, йәғни, диктантты өйҙән сыҡмай ҙа яҙып була. Бының өсөн 11 сәғәттә БСТ каналын тоҡандырырға, йәки “Бәйләнештә” социаль селтәренә инергә кәрәк.

Диктантты барып яҙырға теләге булғандар майҙансыҡтар менән бында таныша ала: https://bashdictant.ru/

- 11 сәғәттән алып 11:25 сәғәткә тиклем башҡорт телен башлап өйрәнеүселәр өсөн;

- 11:30 сәғәттән алып 12:00 сәғәткә тиклем башҡорт телендә иркен аралашҡандар өсөн;

- 12:05 сәғәттән алып 12:30 сәғәткә тиклем диктантты башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында яҙырға теләгәндәр өсөн

диктант яҙыу уҙа.

Акцияла ҡатнашҡан һәр кем диктантты өйҙән сыҡмай ғына яҙа ала. Диктант һөҙөмтәләрен белер өсөн уға яҙған текстын фотоға төшөрөп йәки скан аша үткәреп [email protected] адресы буйынса электрон почтаға йәки https://t.me/bash_dictant_bot һылтанмаһы аша махсус телеграмм-ботҡа ебәрергә кәрәк. Эштәр 24 апрелдең 23:59 сәғәтенә тиклем ҡабул ителә.

 

Йылдағыса, иң бәләкәй һәм иң оло диктант яҙыусы билдәләнә.

Диктантта ҡатнашҡандар исем-шәрифен, йәшен күрһәтеп социаль селтәрҙәрҙә #БашДиктант2022 хэштегы менән фото һала ала.

Автор:Айгөл Ғәбитова
Читайте нас: