Дәүләт Думаһы «оҙайтылған көн төркөмө» эшен көйләү тураһында федераль закон проектын ҡарай башланы, тип хәбәр итте Рәсәй парламенты спикеры Вячеслав Володин үҙенең Telegram- каналында.
Яңы закон проектына ярашлы, белем биреү ойошмаһы оҙайтылған көн төркөмдәрен асыу тураһында ҡарарҙы ата-әсәләрҙең фекерен иҫәпкә алып ҡабул итергә тейеш. Бынан тыш, бындай төркөмдәрҙә балаларҙы ҡарау һәм тәрбиәләү менән бер рәттән дәрескә әҙерләнеү, түңәрәктәр, секциялар, мәҙәни һәм башҡа саралар үткәреү зарур.
«Әгәр закон ҡабул ителһә, оҙайтылған көн төркөмдәре белем биреү процесының бер өлөшөнә әүерелә. Ата-әсә түләүен кәметеү өсөн төбәктәрҙең оҙайтылған көн төркөмдәрен өҫтәмә финанслауға хоҡуғы билдәләнә. Был мәсьәлә буйынса башҡараһы эштәр байтаҡ», — тине Вячеслав Володин.
Сығанаҡ: Башинформ.