-3 °С
Болотло
VKЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
18 Апрель 2022, 12:55

Башҡорт теленән диктантты балалар менән бергә яҙайыҡ!

23 апрель халыҡ-ара кимәлдә “Башҡорт теле буйынса диктант” акцияһы уҙа. Ул онлайн һәм оффлайн тәртиптә үтә.

Башҡорт теленән диктантты балалар менән бергә яҙайыҡ!
Башҡорт теленән диктантты балалар менән бергә яҙайыҡ!

Өфө ваҡыты буйынса 11 сәғәттә БСТ каналында, “Бәйләнештә” селтәрендә, Телеграмда диктант текстын уҡыу буйынса тура бәйләнеш башлана:

- 11 сәғәттән алып 11:25 сәғәткә тиклем башҡорт телен башлап өйрәнеүселәр өсөн;

- 11:30 сәғәттән алып 12:00 сәғәткә тиклем башҡорт телендә иркен аралашҡандар өсөн;

- 12:05 сәғәттән алып 12:30 сәғәткә тиклем диктантты башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында яҙырға теләгәндәр өсөн.

Акцияла ҡатнашҡан һәр кем диктантты өйҙән сыҡмай ғына яҙа ала. Диктант һөҙөмтәләрен белер өсөн уға яҙған текстын фотоға төшөрөп йәки скан аша үткәреп bashdictant2022@mail.ru адресы буйынса электрон почтаға йәки https://t.me/bash_dictant_bot һылтанмаһы аша махсус телеграмм-ботҡа ебәрергә кәрәк. Эштәр 24 апрелдең 23:59 сәғәтенә тиклем ҡабул ителә.

 

Автор: Айгөл Ғәбитова
Читайте нас