+4 °С
Болотло
VKЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
12 Апрель 2022, 18:29

"Киттек!"

Өфөлә Космонавтика көнө билдәләнде.

"Киттек!"
"Киттек!"

1961 йылдың 12 апреле беҙҙең илдә генә түгел, бөтә донъяла ғәжәп ваҡиға менән әһәмиәтле - тап ошо көндә космонавт Юрий Гагарин беренсе булып Ер планетаһын урап сыға.

Быйылғы 12 апрель Өфө дәүләт авиация университетында саралар теҙмәһе менән башланып китте.

Тап ошо уҡыу йорто үткән быуаттың 70-се йылдарында ракета-йыһан буйынса тикшеренеү эштәрен башлай.

2009 йылда ҡасандыр Гагарин үҙе осҡан "Байконур" космодромынан "ӨДАТУ-САТ" микроюлдаш йыһанға ебәрелә, ә университет базаһында йыһан системаһын күҙәтеү Үҙәге эшләп килә.

Космонавтика көнө уңайынан ӨДАТУ-ла үткән байрамға уҡыу йорто хеҙмәткәрҙәренең балалары ла килде.Ике йәштән алып 16 йәшкә тиклемге  етмештән ашыу йәш рәссам "Йыһан-2022" ижади эштәр конкурсында ҡатнашты.

Улар өсөн университетта викторина һәм Хәрби уҡыу үҙәге офицерҙары һәм курсанттары тарафынан ҡоралдар күргәҙмәһе ойошторолдо.

"Киттек!"
"Киттек!"
"Киттек!"
"Киттек!"
Автор:Айгөл Ғәбитова
Читайте нас: