Республикабыҙҙа 164 милләт вәкилдәре йәшәй. Һәр бер милләт тарихи һәм мәҙәни үҙенсәлектәргә бай.
Милли кейем - һәр халыҡтағы мәҙәниәттең айырылғыһыҙ өлөшө, ябай өҫ кейеме генә түгел, ә тотош халыҡ хаҡында һөйләп бирер ҙур тарих. Милли кейемде, йолалар, ауыҙ-тел ижады кеүек күҙ ҡараһылай һаҡлау мөһим.
Башҡортостанда Милли кейем көнө 2020 йылдан билдәләнә башланы. Байрам йылына ике тапҡыр - апрель айының өсөнсө йомаһында һәм сентябрь айының икенсе йомаһында уҙа. Сара арҡылы республикала йәшәгән төрлө милләттәрҙең тарихы һәм мәҙәниәте хаҡында күп мәғлүмәт тупларға мөмкин.
Быйыл Милли кейем көнө уңайынан республикабыҙҙа 15 һәм 16 апрелдә күп сағыу саралар ҡаралған. Унда ҡатнашҡан һәр кемгә үҙ милләтенең, тыуған еренең тарихын, милли традицияларын өйрәнергә шәп мөмкинлек тыуасаҡ. Күп замана модельерҙарының һәм дизайнерҙарының заманса кейем етештергәндә милли кейемдең айырым билдәләрен ҡулланыуы ҡыуаныслы - бындай ихтирамлы мөнәсәбәт Тыуған илдең бай үткәне хаҡында күберәк белергә, уны быуындан-быуынға тапшырырға булышлыҡ итә.
Милли кейем көнөндә баш ҡалабыҙ Өфөлә милли кейем тегеү оҫталары араһында "Тамға" II Халыҡ-ара оҫталар конкурсының иң яҡшы эштәренән торған күргәҙмә асылыуы көтөлә. Экспозицияла проекттың финалистарының, республиканың төрлө район-ҡалаларындағы милли кейем тегеү оҫталарының хеҙмәт емештәре генә түгел, Мәскәү, Силәбе, Ырымбур яҡтарынан да килгән ҡул эштәре, кейемдәр урын аласаҡ.
Өфөлә шулай уҡ Башҡортостанда йәшәгән милләттәрҙең таҫтамалдарынан торған күргәҙмә асыла. Таҫтамалдар Башҡортостан Республикаһының Халыҡтар дуҫлығы йорто музейы тарафынан тәҡдим ителә.
Милли кейем уңайынан баш ҡалала фән өлкәһе вәкилдәренең халыҡ кейемен реконструкциялау мәсъәләһенә иғтибарын йәлеп итеү маҡсаты менән түңәрәк өҫтәл ойошторола. Шулай уҡ һөйләшеүҙә эшлекле бәйләнештәр булдырыу, фәнни һәм ғәмәли ҡаҙаныштар менән алмашыу, эҙләнеүҙәр һөҙөмтәләрен ғәмәлдә ҡулланыу кеүек һорауҙар күтәреләсәк. Ҡорҙа мәҙәниәт вәкилдәре һәм билдәле этнографтар, рәссам-дизайнерҙар, йәмғиәт ойошмалары ағзаларының ҡатнашыуы күҙалланған.
15 апрелдә Башҡортостан буйлап интернет селтәрендә "Милли кейемдә фото" флешмобы уҙасаҡ. Ҡатнашырға теләгәндәр #Милли Кейем2022 #НациональныйКостюм2022 хэштегтарын ҡулланып милли кейем кейеп төшкән фотоһүрәттәрен "Бәйләнештә", "Одноклассники", "Телеграм" социаль селтәрҙәренә ҡуя ала.
16 апрель Башҡортостан халыҡтарының милли кейем көнө уңайына арналған тантаналар "Арт-КВАДРАТ" ижади майҙансығында дауам итә. Килгән һәр кемде дизайнерҙар әҙерләгән милли кейемдәр, төрлө күргәҙмәләр, оҫталыҡ дәрестәре көтә. Фотостудия ла эшләйәсәк - һәр теләүсенең милли кейемдә фотоға төшөргә мөмкинлеге буласаҡ.