Ауыр тормош хәлендә ҡалған балалар һәм үҫмерҙәр өсөн «Сыңлай күңелем моңдары» республика әҙәби-нәфис конкурсы быйыл 5-се тапҡыр уҙҙы. Еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы 8 апрель З.Вәлиди исемендәге милли китапханала уҙҙы.
Был конкурс шуныһы менән үҙенсәлекле: унда балалар йортонда, коррекцион үҙәктәрҙә, махсус интернаттарҙа тәрбиәләнгән етемдәр һәм һаулыҡтары сикләнгән 7 йәштән 17 йәшкә тиклемге балалар һәм үҫмерҙәр ҡатнаша.
Быйыл конкурста Башҡортостандан 400-ҙән ашыу бала ҡатнашҡан, улар рус, башҡорт һәм татар телдәрендә шиғри һәм проза әҫәрҙәрен, һынлы сәнғәт һәм әүәләү буйынса нәфис эштәрен тәҡдим иткән.
Һау-сәләмәт ҡайһы берәүҙәр үҙ ҡәҙерҙәрен үҙҙәре ебәреп йөрөгәндә, бына ошо яҡшылыҡҡа ынтылған, күңелдәрендә өмөт булған, бар нәмәгә ышанып ҡараған балаларҙың иншаларын, шиғырҙарын, әкиәт-хикәйәләрен уҡыйһың да, күҙгә йәштәр килә. Ысынлап та, әҫәрҙәренең һәр юлында күңел моңдары сыңлай уларҙың. Бәләкәстәрҙең һәм үҫмерҙәрҙең күңеленә йылылыҡ һала алған, киләсәккә өмөт менән ҡарарға өйрәткән, уларҙы дәртләндереп торған ата-әсәләре, етәкселәренә, ауыр тормош хәлендә ҡалыуҙарына ҡарамаҫтан, уларҙың да күп нәмәгә һәләтле икәндәрен күреп, ошондай конкурстар үткәреп торған ойоштороусыларға рәхмәт!
Килгән балаларҙың барыһы ла дипломдар, бүләктәр алып, экскурсияларға йөрөп, оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашып, аралашып, күңелдәре үҫеп, ҡыуанышып таралыштылар.