2009 йылда асылған балалар приютына һәр ваҡыт мәрхәмәтле кешеләр ярҙам ҡулы һуҙа. Санитар талаптарға ярашлы, ашхана һауыт-һаба йыуыу машинаһы менән йыһазландырылырға тейеш. Приют етәксеһе Урал аръяғы йәмәғәт башланғыстары союзына мөрәжәғәт итә. Ярҙам оҙаҡ көттөрмәй.
Әле приютта 9 бала реабилитация үтә, уларҙың алтыһы Баймаҡ районынан. Балаларға уңайлы мөхит булдырыу өсөн социаль педагогтар, логопед, психолог, тәрбиәселәр ҙур көс һала.
Һәр бала ата-әсә наҙына мохтаж, тулы ғаиләлә тәрбиәләнергә тейеш. Әммә яҙмыш ҡайһы берәүҙәрҙе бала тип тормай төрлөсә һынай. Уларҙың кескәй йөрәгендә ерҙә мәрхәмәтле кешеләр күп һәм уларға тиң булып үҫергә тигән орлоҡ сәселһен.
Сығанаҡ: bash.news