Дыуан районы Таҙтүбә ауылындағы урта мәктәп 1974 йылда төҙөлөп, авария хәлендә булыуы менән Башҡортостан Хөкүмәтенең иғтибарын бынан дүрт йыл элек үк йәлеп иткән.
“Сәсте ағартты был мәктәп, - ти Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, - уны ябып, урынына яңы белем усағы төҙөргә ҡарар иттек. Бюджеттан аҡса бүлдек, эш башланыҡ. Тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, намыҫһыҙ подрядсыға тарыныҡ”.
Ошо сәбәптән, Таҙтүбә урта мәктәбе вәғәҙә ителгәнсә 2020 йылда түгел, ә быйыл ғына төҙөлөп бөтә.
“Был ваҡыт арауығында Таҙтүбә халҡы менән бер нисә тапҡыр осраштым, һәм уларға аңлауҙары, түҙемлектәре өсөн рәхмәтлемен”, - ти республика етәксеһе.
Мәктәп 120 уҡыусыға тәғәйенләнгән. Белем усағында ҙур спорт залы, мәктәп биләмәһендә спорт менән шөғөлләнеү, төрлө саралар үткәреү өсөн майҙансыҡтар ҙа бар.
Радий Хәбиров шулай уҡ ауыл халҡына мәктәпте асыу тантанаһына килергә вәғәҙә бирҙе.