+20 °С
Болотло
VKЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
30 Март 2022, 17:12

Йәш авторҙар, блогерҙар, киләсәктә журналист булырға ынтылғандар иғтибарына

Башҡортостанда йәш блогерҙар, авторҙар һәм журналистар араһында яңы конкурс иғлан ителде. Еңеүселәр 30 меңдән алып 100 меңгә тиклем аҡсалата премия һәм "Таврида АРТ" форумында ҡатнашыу мөмкинлеге менән бүләкләнә.  

Йәш авторҙар, блогерҙар, киләсәктә журналист булырға ынтылғандар иғтибарына
Йәш авторҙар, блогерҙар, киләсәктә журналист булырға ынтылғандар иғтибарына

“Лидер бул. Фекерҙәр булдыр. Тренд уйлап тап” – ошо лозунг аҫтында уҙғара конкурсты Рәсәйҙең Мәғариф министрлығы.

Хәҙерге заман медиаһының киләсәк вәкилдәренә 30 июнгә тиклем түбәндәге шарттар буйынса үҙ эштәрен ебәреү зарур:

 

Иң яҡшы тип һаналған текстарын ҡатнашырға теләүселәр ошо һылтанма аша инеп ебәрә ала: https://clck.ru/eMX54

 

Шулай уҡ эштәр “Алый парус” проектының Бәйләнештә селтәрендәге төркөмдә ҡабул ителә: https://clck.ru/eMX55

Эштәрҙе социаль селтәрҙәрҙә #АлыйПарус_КП хэштегы менән урынлаштырырға ла мөмкин.

 

Еңеүселәр өс номинацияла билдәләнә:

 

“Тематик блог” (пост, ирекле форматта текст контенты);

 

“Публицистик журналистика” (мәҡәлә, репортаж, байҡау, һүрәтләмә);

 

“Әҙәби-нәфис әҫәр” (хикәйә, эссе).

 

Конкурс тураһында тулыраҡ мәғлүмәт: https://clck.ru/NdGrJ

 

Яҡшы тип табылған йәш авторҙар 30 меңдән алып 100 меңгә тиклем аҡсалата премияға лайыҡ буласаҡ. Уларға шулай уҡ “Таврида. Арт” форумында ҡатнашыу мөмкинлеге биреләсәк.

Яңы офоҡтар асыу мөмкинлеген ҡулдан ысҡындырмағыҙ.

 

Автор:Айгөл Ғәбитова
Читайте нас: