+7 °С
Болотло
VKЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
30 Март 2022, 17:47

Башҡортостан Республикаһының мәғариф системаһы - илдә иң ҙурҙарҙың береһе.

Уға 1027 мәктәпкәсә ойошма, 2000-дән ашыу мәктәп, 96 колледж, 9 юғары уҡыу йорто ҡарай.

Башҡортостан Республикаһының мәғариф системаһы - илдә иң ҙурҙарҙың береһе.
Башҡортостан Республикаһының мәғариф системаһы - илдә иң ҙурҙарҙың береһе.

Башҡортостан Республикаһының мәғариф системаһы - илдә иң ҙурҙарҙың береһе. Уға 1027 мәктәпкәсә ойошма, 2000-дән ашыу мәктәп, 96 колледж (шул иҫәптән Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығы ҡарамағындағы 71 белем биреү ойошмаһы) һәм 9 юғары уҡыу йорто (БДУ, БДПУ, ӨДНТУ, ӨДАТУ, БДАУ, БДМУ, Өфө дәүләт сәнғәт институты, Эске эштәр министрлығы, Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы, шулай уҡ Рәсәй дәүләт вуздарының 6 филиалы, 2 дәүләткә ҡарамаған юғары уҡыу йорто филиалы) инә. 2021 йылда ул тағы ла 4 мәктәп һәм 6 балалар баҡсаһы менән тулыланды. 1309 уҡыусы урыны булдырылды.

Быйыл Бишбүләк, Салауат һәм Өфө райондарында, шулай уҡ Өфөлә белем биреү учреждениелары үҙ ишектәрен аса. Баймаҡ районының Иҫке Сибай ауылында ла 375 урынлыҡ мәктәп төҙөлөп бөтөү өҫтөндә.

207 «Үҫеш нөктәһе» асылған, 205 мәктәптә цифрлы белем биреү мөхите индерелгән. Федераль һәм республика иҫәбенә 187 яңы мәктәп автобусы һатып алынды. 2021 йылда башланғыс класс уҡыусыларын бушлай ҡайнар аш менән туҡландырыу 100% тәьмин ителгән.

Мәғариф системаһының кадрҙар потенциалын һаҡлап ҡалыу өсөн ауыл ерендә 100 йәш уҡытыусы 690-ар мең һум грант алды. Ә «Ауыл уҡытыусыһы» федераль программаһы сиктәрендә 48 уҡытыусы берәр миллион һум алды.

Быйыл 240 мәктәпте заманса цифрлы белем биреүгә күсереү ҡаралған. Тәбиғи-ғилми һәм технологик йүнәлешле 216 «Үҫеш нөктәһе» белем биреү үҙәген булдырыу айырым сара буласаҡ. Балаларға цифрлы белем биреү буйынса ете «IT-клуб» үҙәген, «Кванториум» балалар технопаркын, ике полилингваль мәктәп асыу планлаштырыла.

Сығанаҡ: Новости институтов развития (xn--90ab5f.xn--p1ai)

Автор:Гульнара Мустафина
Читайте нас: