2 апрелдә билдәләнгән Халыҡ-ара балалар китабы көнө алдынан «Берҙәм Рәсәй»ҙең йәмәғәт ҡабул итеү урындарында «Донбасҡа - китаптар» акцияһына старт бирелә. Акцияның маҡсаты: Донбасс балаларына рус телле мөхиттә үҫешергә мөмкинлек биреү. Акцияла һәр теләгән кеше ҡатнаша ала. Бының өсөн яҡшы сифатлы балалар китаптарын, мәктәп дәреслектәрен китап йыйыу нөктәләренә алып килергә кәрәк. Балалар өсөн нәфис әҙәбиәткә, публицистик әҫәрҙәргә, сабыйҙар өсөн китап-уйынсыҡтарға, белем биргән үҫтереүсе китаптарға өҫтөнлөк биреү зарур. Китаптар рус телендә булырға тейеш.
«Украинала оҙаҡ йылдар маҡсатлы рәүештә рус телендәге китап-дәреслектәрҙе Рәсәйгә ҡаршы өгөтләгән әҙәбиәткә алмаштырыу процесы барҙы. Балалар туған телдәрендә китаптар уҡый алманы. Хәҙер беҙгә китапхана һәм мәктәптәрҙә барлыҡҡа килгән бына ошо бушлыҡты тиҙ арала туған телдәге әҫәрҙәр менән тулыландырыу мөһим, - тип һөйләне Башҡортостандың Төбәк йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһе етәксеһе, Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова. - Ошо көндәрҙә беҙ Рәсәй Мәғариф министрлығына Херсондан ирекмәндәр алып ҡайтҡан дәреслектәрҙе тапшырҙыҡ. Уларҙы Рәсәйгә һәм Украинаға ҡағылышлы факттарҙың дөрөҫлөгөнә тикшерәсәктәр. Тәүге биттәрҙән үк уҡыусыларға илебеҙгә ҡарата ниндәй ҡараш тәрбиәләнеүе, неонацизм культының нисек формалашыуы күренә.
«Донбасҡа - китаптар» акцияһында тарихи ғәҙеллекте тергеҙеүҙе мөһим тип һанаған барлыҡ кешеләр ҙә ҡатнашыр тип ышанабыҙ».
Башҡортостанда китап йыйыу пункттары Төбәк йәмәғәт ҡабул итеү базаһында – Өфө ҡалаһы, Достоевский урамы, 73-сө йортта урынлашҡан, шулай уҡ партияның ҡалаларҙағы һәм райондарҙағы ҡабул итеү биналарында урынлашҡан.
Мәғлүмәт сығанағы: "Берҙәм Рәсәй" партияһының төбәк бүлексәһе.